

Кредит буйынса проценттар арттырғансы, банкротлыҡ процесын уҙғарыу ҡайһы саҡ уңышлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк. Был эште нисек башҡарырға, кемгә мөрәжәғәт итергә һуң? Ошо хаҡта «Үҙәк» («Центр») юридик йәмғиәте директоры Радик Йәһүҙә улы Салауатов менән әңгәмәләштек.
– «Банкротлыҡ» төшөнсәһен аңлатып үтегеҙ әле. Ҡанун яғынан ул нимәне аңлата?
– Банкротлыҡ – физик йәки юридик шәхестең кредиторҙарға булған бурысын түләй алмауы сәбәпле, законға ярашлы процедураларҙы үтәп, финанс хәлен еңеләйтеү ысулы. Рәсәйҙә «Банкротлыҡ (мөлкәтһеҙлек) тураһында»ғы закон күптән ғәмәлдә. Тик физик шәхестәргә ҡағылышлы бүлектең эшмәкәрлеген тулы кимәлдә тәьмин итеү мөмкинлеге булмау сәбәпле, был өлөшө әлегә тиклем «эшләмәне». 2015 йылға тиклем банкротлыҡ тураһындағы эштәрҙе дөйөм суд ҡарай ине. Ләкин судьяларға финанс мәсьәләгә ҡағылышлы эштәрҙе ҡарау ауырға төштө, сөнки кредиттың процент һәм штрафтарын дөрөҫ иҫәпләү, аҡсаға бәйле башҡа аспекттарҙы аңлау еңел түгел. Шуға күрә законға үҙгәрештәр индерелеп, ул 2015 йылдың 1 октябренән тулы кимәлдә, йәғни юридик һәм физик шәхестәр өсөн дә эшләй башланы.
– Физик шәхестәргә килгәндә кредиторҙар исемлегенә банк һәм микрофинанс ойошмалары ғына инәме?
- Ысынлап та, физик шәхестәр күпселек осраҡта банкротлыҡ процедураһын банк һәм микрофинанс ойошмалар алдында булған бурыстарын ҡаплау өсөн башлай. Шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәр, штрафтар буйынса ҙур бурыс булған осраҡта ла әлеге процедура аша финанс мәсьәләһен хәл итергә була. Кредиторҙар исемлегенә ингән тағы бер категория – шәхси кешеләр. Кемдәндер үтескә аҡса алып тороп, уны ҡайтара алмаған хәлдә шулай уҡ банкротлыҡ процедураһын ҡуҙғатырға мөмкин. Был мәсьәләгә ҡағылышлы тағы бер мөһим момент – банкротлыҡ процесын граждандар үҙҙәре генә түгел, ә уларҙың кредиторҙары ла башлай ала.
– Бурыстарҙан тулыһынса банкротлыҡ аша ҡотолоп буламы?
– Банкротлыҡтың маҡсаты – кешене бурыстан азат итеү. Ләкин был «судҡа мөрәжәғәт иттең дә, бурыстан ҡотолоп та ҡуйҙың», тигән һүҙ түгел. Ниндәй осраҡта ла, бурысты ҡайтарып биреүҙең төрлө юлдарын барлап, кредиторҙарға аҡсаларын тулыһынса йәки өлөшләтә түләтәләр. Бының бер нисә юлы бар. Арбитраж судья, судҡа ғариза менән бергә тапшырылған бөтә документтарҙы тикшереп, бурысты ни рәүешле түләргә кәрәклеген билдәләгән ҡарар сығара. Был бурыслының мөлкәтен һатыуҙан килгән аҡса менән бурысын ҡаплау, займды реструктуризациялау йәки ике яҡты ла ҡәнәғәтләндергән башҡа дөйөм бер ҡарарға килеү булырға мөмкин. Аныҡлап әйткәндә, әгәр ҙә бурыслының финанс хәле ай һайын банкка ниндәйҙер күләмдә аҡса түләп барырлыҡ тип табылһа, уның бурысы реструктуризациялана, йәғни займ ҡайтарыу ваҡыты оҙайтылып, айлыҡ түләү дәүмәле кәмей йәки срок шул уҡ ҡалып, түләү суммаһы ҡыҫҡартыла. Шул рәүешле бурыс яйлап ҡайтарыла. Әгәр кешенең килеме булмаһа, уның мөлкәтен һатып бурысын ҡаплайҙар. Тик был осраҡта ла кешенең берҙән-бер иҫәпләнгән торлағына (әгәр ул залогта йәки кредитта булмаһа), төп эшмәкәрлек өсөн кәрәк автомобиленә, килем алыу өсөн ҡулланған компьютерына, дәүләт наградалары һәм премияларына, шулай уҡ минималь донъяуи талаптарын тәьмин итеүҙе күҙаллаған мөлкәтенә теймәйҙәр. Һатырын һатып та мөлкәте бурысын тулыһынса ҡаплауға етмәгән осраҡта ғына ҡалған өлөшөн ғәмәлдән сығаралар. Шулай уҡ һатырлыҡ бер нәмәһе булмағандарҙың да бурысы юйыла. Тимәк, банкротлыҡ аша бурыстарҙы тулыһынса йәки өлөшләтә ябырға йәки бөтөнләй ҡотолорға була.
- Банкротлыҡ эшен ҡуҙғатыу өсөн бурыс нисә һум булырға тейеш?
- Аныҡ билдәләнгән сумма юҡ. Тик законға ярашлы, физик шәхестең банкротлыҡҡа ҡағылышлы йөкләмәһе һәм хоҡуғы бар. Мәҫәлән, бурысы 250 мең һум һәм унан күберәк булып, уны 90 көн дауамында түләмәһә, кеше үҙен «банкрот» итеп таныуҙарын һорап, арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Әгәр ҙә бурыс 250 мең һумға етмәй икән, теләге булһа ғына процесты башлап ебәрә ала. Закондың аҙ ваҡыт эшләүе ҡайһы бер ҡытыршылыҡтарға килтерә. Мәҫәлән, миллионлаған һум бурысы булып та, йылдар буйы түләй алмай йөрөүселәр араһында үҙҙәрен «банкрот» тип әйтеүсе юҡ тиерлек. Ә закон буйынса улар мотлаҡ быны эшләргә тейеш. Шулай уҡ банкка 100 мең һум кредитын ҡайтара алмайынса коллекторҙарҙан ҡасып йәшәргә мәжбүр булыусылар ҙа был процедураны башларға ҡыймай. Ғөмүмән, «банкрот» һүҙе күпселек өсөн кире йәһәттән сағылыш таба, сөнки беҙҙә халыҡ хоҡуҡи һәм иҡтисади яҡтан белемһеҙ һәм ҡануниәт тураһында мәғлүмәтһеҙ. Кредиттар менән бәйле банкротлыҡ эштәре әүҙемләшә барһа ла, коммуналь түләүҙәр һәм штрафтар буйынса бөтөнләй юҡ тип әйтергә лә була.
– Ошо эш барышы тураһында мәғлүмәт тә биреп үтһәгеҙ.
– Банкротлыҡ процесын башлау тураһында уйлап беҙгә килеүсегә тәүҙә бушлай консультация үткәрәбеҙ. Әгәр ҙә ул артабан беҙҙең менән эшләргә ҡарар итһә, юридик хеҙмәттәр күрһәтеүгә килешеү төҙөйбөҙ ҙә, Арбитраж судҡа ғариза биреү өсөн документаль база йыйыу эшенә тотонабыҙ. Кәрәкле документтарҙы әҙерләп бөткәс, судҡа ғариза тапшырыла. Суд барышында бөтә документтар ҙа тикшерелеп, бурыслыны «банкрот» тип таныу йәки уға был статусты биреүҙән баш тартыу тураһындағы ҡарар сығарыла. Бер эш кәмендә 4-8 ай ваҡытты ала.
– Банкротлыҡ процедураһын үтеү күпмегә барып төшә?
– Һәр бер кеше үҙ аллы документтарын йыйып, ғариза яҙып, Арбитраж судҡа тапшыра ала. Тик барыһының да бындай мөмкинлеге юҡ, сөнки йә ваҡыт яғы тар, йә хоҡуҡ өлкәһенең бөтә нескәлектәрен дә белеп бөтмәй. Шуға күрә ошо өлкәлә үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим иткән юристар һәм финанс идара итеүселәр күп һәм уларҙың хаҡтары ла төрлөсә. Барыһы ла эшләнгән эштең күләменән сығып баһалана. Дөйөм алғанда, был процедураны үтеү кәмендә 25-30 мең һумға барып баҫа. Әлбиттә, мәҫәлән, 100 миллион һум менән 200 мең һум бурыстың осона сығыу араһында айырма ҙур. Билдәле, хаҡтары ла күпкә айырыласаҡ. Шуға күрә бында һәр осраҡ буйынса айырым ҡарарға кәрәк. Ҡайһы берҙә бөтә эштәр тамамланғас та хеҙмәтебеҙ өсөн түләүҙе оҙаҡ көтөргә тура килә, сөнки кешенең аҡсаһы булмай. Ләкин барыһының да хәленә инеп, мөмкинлеге булып түләй алғансы көтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта был эштәрҙе бөтөнләй буш та эшләй алмайбыҙ, сөнки ул - беҙҙең төп эшебеҙ һәм ғаиләбеҙҙе тәьмин иткән килем сығанағы.
– Был эштең ниндәй ыңғай һәм кире яҡтарын билдәләр инегеҙ?
– Ыңғай яғына килгәндә, банкротлыҡ законлы нигеҙҙә күтәргеһеҙ бурыстан ҡотолоу мөмкинлеге бирә. «Банкрот» тип танылғандан һуң бурыс «туңдырыла», йәғни уға пеня һәм штрафтар өҫтәлмәй. Кеше кредитор һәм коллекторҙарҙың баҫымынан ҡотола. Реструктуризация ла ғаиләнең финанс хәленә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Әйткәндәй, банкротлыҡты бурыслы кеше үлгәндән һуң да эшләргә була. Был уның вариҫтарын бурыс йөкләмәһенән азат итә. Мөлкәтһеҙ ҡалыу, «банкрот» тип табылғандан һуң биш йыл дауамында бер ниндәй ҙә кредит ала алмау, ошо эште алып барған юрист һәм финанс идара итеүсенең хеҙмәтен түләүҙе әлеге процестың кире яғына индерергә булалыр. Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр араһында ипотекаға алынған фатир бурысынан ҡотолоу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ. Был осраҡта банкротлыҡ процедураһын башлау файҙаһыҙ, тип әйтер инем, сөнки фатир банкта залогта булыу сәбәпле, уның мөлкәте тип иҫәпләнә һәм ул фатир менән бурыслы бер нәмә лә эшләтә алмай. Ипотеканы һәм шулай уҡ автокредитты ла аҡса табып түләргә генә ҡала.
– Банкрот тип һанаған бурыслының мөлкәтен һәм торлағын тартып ала алалармы?
– Борсолмағыҙ, әгәр ҙә торлағығыҙ берҙән-бер фатир, йорт, ә мөлкәтегеҙ (көнкүреш техникаһы, ювелир әйберҙәр һәм мал-тыуар) хаҡы 100 мең һумға етмәй икән, бурыслынан тартып алынмай.
– Үҙегеҙҙең “Үҙәк” йәмғиәте хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Беҙ 2011 йылдан эшләйбеҙ. Ә физик шәхестәрҙең банкротлығы буйынса 2015 йылдан эшмәкәрлек алып барабыҙ. Бөгөн Башҡортостанда йәшәгән 130 кешегә ярҙам итеп өлгөрҙөк тә инде. Әлегә беҙҙең бер генә клиенттың да банкортлыҡ буйынса мөрәжәғәте суд тарафынан кире ҡағылғаны юҡ, барыһы ла проблемаларын хәл итте. Беҙҙең өсөн иң мөһиме: клиенттың ошо тиклем йөктө ташлап, бәхетле йылмайыуы! Беҙ һәр һорауға яуап һәм кәңәш бирергә әҙер.Консультация бушлай һәм Башҡортостандың һәр район-ҡалаһына ла бара алабыҙ! «Үҙәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә мөрәжәғәт иткән хәлдә ошо гәзитте йәки «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге гәзиттең рәсми сәхифәһендә ошо мәҡәлә беркетелгән яҙманы күрһәткән осраҡта, хеҙмәт өсөн 10 процент ташлама ҡаралған.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Бушлай юридик кәңәшен үтер өсөн ВКла заявка ҡалдырырға була: https://vk.com/app5708398_-168386146, йә бушлай телефондан 8-800-505-76-35 шылтырата алаһығыҙ.
Реклама.