Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Августа 2022, 05:00

Йылмайып йәшәйек

Ҡыуанып йәшәү -  ул тормоштоң  биҙәге. Ә бит шатлыҡ ғүмерҙе  оҙонайта. Элек-электән үк табиптар донъяға йылмайып баҡҡандарҙың тәнендәге яралар тиҙерәк төҙөлгәненә иғтибар иткән. Бөгөнгө дауалаусылар ҙа бының менән килешә.

Йылмайып йәшәйекЙылмайып йәшәйек
Йылмайып йәшәйек

 Көлгән ваҡытта беҙҙең 80 төр мускулдарыбыҙ ҡыҫҡара, тән температураһы артып китә, ҡан баҫымы үҙгәрә, ә мейегә эндорфиндар – “бәхет гормондары” ағыла.

Иртә һайын көҙгөгә ҡарап үҙебеҙгә йылмайһаҡ һәм таныш, сит кешеләргә йылмайыу бүләк итһәк, тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә һау булыр.

(Фотоһүрәт интернет киңлегенән)

Автор:Динара Максютова
Читайте нас