Көнгәк
+7 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
20 Августа 2022, 03:30

Тоғро дуҫым, әллә дошманым?!

20 август – Бөтә донъя берәҙәк хайуандар көнө    Һуңғы йылдарҙа берәҙәк эттәрҙең берәмләп, йә өйөрө менән кешеләргә ташланыуы тураһында хәбәр ишетелеп тора. Был проблема һәр ваҡытта ла көнүҙәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тоғро дуҫым, әллә дошманым?!Тоғро дуҫым, әллә дошманым?!
Тоғро дуҫым, әллә дошманым?!

   Ауыл-ҡала урамдарында өйөр-өйөр йөрөгән эттәр, ысынлап та, ҡурҡыныс,  уларҙан нимә көтөргә белеп булмай. Йәй көнө бик үк хәүефле булмаһалар ҙа, ҡышын тамағы ас хайуандарҙың  ташланыуын ҡырағай йыртҡыстарға оҡшатырға мөмкин. Эйәһеҙ эттәр ауылдарҙа йорт-ҡураларҙағы ҡош-ҡортҡа, мал-тыуарға ла зыян итә. Бигерәк тә, үҙен-үҙе яҡлай алмаған балалар өсөн ҡурҡыныс улар. Республиканың төрлө төбәктәрендә кескәйҙәргә һөжүм итеүе лә билдәле. Йәш баланың ғүмерен өҙгән фажиғәле осраҡтар ҙа бар. Шулай уҡ берәҙәк эттәр төрлө сир таратыу йәһәтенән дә ҡурҡыныс. Йоғошло ауырыу таралмаһын өсөн хужаһыҙ эттәрҙең артмауын хәстәрләү мөһим. Уларға зыян килтермәй генә махсус приюттарға оҙатырға була. Әммә беҙҙә ундай ойошмалар эше әлегә бик үк үҫешмәгән.

 Уҫал эттәрҙе махсус приютта аҫрарға, ә сәләмәт һәм зыян килтермәгәндәрен стерилләштереп ебәрергә кәрәк, тип уйлайым.

 Үҙ хужаларын юғалтҡанға, беҙҙең дүрт аяҡлы дуҫтар, ғәйеплеме ни?Эйәләштергән өсөн беҙ, кешеләр, эйе яуаплы...

Автор:Динара Максютова
Читайте нас