Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Август 2022, 12:24

Уҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатында

Беҙҙең республикала «Һөнәри йүнәлеш биреү мәктәбе» федераль проекты тормошҡа ашырыла башланы. Йәштәргә дөрөҫ һөнәри йүнәлеш биреүгә йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй проектына аҡса федераль бюджеттан бүленә. Унда 5-11-се класс уҡыусылары белем ала.

Уҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатындаУҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатында
Уҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатында

Был проектта Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри колледжда ҡатнаша. Бөгөндән 28 авгусҡа тиклем уҡыу йортонда өс профиль, атап әйткәндә визаж, финанс белеме һәм ҡала мөхите дизайнеры һөнәрҙәре буйынса мәктәп асылды. Уны асыу тантанаһына ҡала мәктәптәре уҡыусылары килгәйне. Өс һөнәр йүнәлеш буйынса ла остаздар эшләй: Виктория Арыҫланова, Әлиә Собханғолова һәм Ирина Тарасова.
Унда балалар теләгән һөнәри йүнәлеш буйынса уҡып ҡына ҡалмай, ә эш биреүселәр менән дә осрашасаҡ. Шулай уҡ күңел асыу саралары ла ҡаралған.

Уҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатында
Уҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатында
Уҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатында
Уҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатында
Уҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатында
Уҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатында
Уҡыусыларға һөнәри белем биреү маҡсатында
Автор:Динара Максютова
Читайте нас