

Балаға “ярай һәм ярамай”тигән төшөнсәне бик урынлы аңлатырға кәрәк. Ололар ярамай тигән һүҙҙе күп ҡулланырға ярата, тик аңлатмайҙар ни өсөн ярамай. Йүгермә,һикермә,теймә,шаярма тигән һүҙҙәрҙе “ни эшләп ярамай икәнен” төшөндөрөгөҙ! Аңламаған саҡта бала бикләнергә мөмкин, ә ҡыҫым эсендә шәхес үҫмәй. Гел тыйыуҙа ғына үҫкән балала кәмһенеү комплексы барлыҡҡа килә. Был осраҡта сабый төрлө ситуацияларҙан сығыу юлдарын үҙләштермәй үҫә.