Яңылыҡтар
24 Августа 2022, 06:29

27 августа Мәләүездә Ҡала көнө үтә

Был көндө ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын бай йөкмәткеле байрам сараһы һәм “Ҡайын юлы” йәмәғәт арауығын асыу тантанаһы көтә.

27 августа Мәләүездә Ҡала көнө үтә27 августа Мәләүездә Ҡала көнө үтә
27 августа Мәләүездә Ҡала көнө үтә

Байрамға килеүселәр яңы майҙансыҡтар, мәҙәни мираҫ һәм традициялар менән танышасаҡ. Байрам программаһы бөтә йәштәгеләр өсөн дә иҫәпләнгән: театрлаштырылған тамаша, балалар өсөн уйындар, конкурстар, скейтбординг буйынса оҫталыҡ дәрестәре, архитектор менән экскурсия, йылға ярында картиналар күргәҙмәһе, бейеү дәрестәре һәм башҡалар. Был көндө байрамда ҡатнашыусы һәр кем күңеленә оҡшаған сараны табасаҡ.

Тантана кискә тиклем дауам итәсәк. Һеҙҙең өсөн яратҡан йырысылар сығыш яһаясаҡ. Килегеҙ, бик күңелле буласаҡ!

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас