Көнгәк
-2 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Августа 2022, 08:50

"Бәхетлеләр тупһаһына даға ҡаҡмай" тигән менән килешәһегеҙме?

-...Яңғыҙым ҡалғас ҡына бәхеттең нисек булыуын татыным. Кеше һүҙенән ҡурҡып, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмеремде холоҡһоҙ ир менән үткәрҙем. Сабырлығым өсөн Аллаһы тәғәләм ҡартайған көндә бәхет ебәрҙе, - тигәйне.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Бәхетлеләр тупһаһына даға ҡаҡмай" тигән менән килешәһегеҙме?"Бәхетлеләр тупһаһына даға ҡаҡмай" тигән менән килешәһегеҙме?
"Бәхетлеләр тупһаһына даға ҡаҡмай" тигән менән килешәһегеҙме?

Гүзәл затты ҡотлаған ваҡытта йыш ҡына ”Ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем” тигәнде ишетергә тура килә. Был төшөнсәне һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

Күптәр, әлбиттә, бала тәрбиәләү, әсәй булыу тиер урынға, эргәңдә ышаныслы ир булыуы, тип әйтәсәк шулай, бит. Ғөмүмән, бәхетле булыу өсөн мотлаҡ тормошта булыу кәрәк, тигән ҡараш йәшәй йәмғиәттә. Нисек йәшәгәне мөһим түгел, яңғыҙ булмаһа - шул еткән. Дөрөҫөн әйткәндә, мин дә шулай уйлай инем. Әммә бер ҡатын менән танышып, һөйләшкәндән һуң ҡатын-ҡыҙ бәхете төшөнсәһенә фекерем үҙгәрҙе.

Оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп, ире вафатынан һуң йәшлек эҙҙәрен һаҡлаған ҡалаға күсеп ҡайтҡан оло йәштәге ҡатын:

- Яңғыҙым ҡалғас ҡына бәхеттең нисек булыуын татыным. Кеше һүҙенән ҡурҡып, утыҙ йылдан ашыу ғүмеремде холоҡһоҙ ир менән үткәрҙем. Сабырлығым өсөн Аллаһы тәғәләм ҡартайған көндә бәхет ебәрҙе, - тигәйне.

Өс тиҫтә йыл баҫылып ятҡандан һуң шиғырҙар ижад итә башлаған, төшөргән һүрәттәре лә уның оҫта рәссам икәнлеген күрһәтә. Картиналары сағыу, шиғыр юлдары ла - оптимистик рухта. Былар, ысынлап та, ҡатындың бәхетле икәнлеген дәлилләй ине...

Лена АБДРАХМАНОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас