Көнгәк
+11 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Августа 2022, 07:21

Мәләүез үҙәк баҙары хәйриә акцияһында ҡатнаша

Бөтәһе 73 мең һумға яҡын суммаға мәктәп кәрәк-яраҡтары алынған

Мәләүез үҙәк баҙары хәйриә акцияһында ҡатнашаМәләүез үҙәк баҙары хәйриә акцияһында ҡатнаша
Мәләүез үҙәк баҙары хәйриә акцияһында ҡатнаша

Портфельдар, дәфтәрҙәр, буяу һәм фломастерҙар, кәләм һәм ручкалар, аяҡ кейемдәре һәм башҡа әйберҙәр оҙаҡламай ауыр тормош хәлендә булған ғаиләләргә тапшыраласаҡ. Мәләүездең «Ғаилә» үҙәге белгестәре «Мәктәпкә йыйынырга ярҙам ит» республика акцияһында беренсегә ҡатнашмайҙар. Башҡортостанда ул 12се тапҡыр үткәрелә.

Улар канцелярия тауарҙарын һәм мәктәп кәрәк-яраҡтарын ҡабул итә һәм уларҙы ауыр тормош хәлендә булған ғаиләләргә тапшыра. Әлегә 20 ғаиләгә ярҙам күрһәтелгән.

Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаилә балалары үҙҙәрен кәмһетелгән тип хис тә итәргә тейеш түгел. Теләге булған һәркем уларга Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итә ала.

«Ғаилә» үҙәге һәр ваҡыт ярҙам итергә теләүселәргә шат. Бәлки, һеҙҙең дә балаларығыҙҙан портфель йәки мәктәп формаһы, дәреслектәр йәки әҙәбиәт ҡалғандыр.

Һеҙ уларҙы ғаилә үҙәгенә тапшыра алаһығыҙ.

Мәләүез ҡалаһы, Док урамы, 11а адресы буйынса “Ғаилә” хеҙмәте үҙәге урынлашҡан

Мәләүез үҙәк баҙары хәйриә акцияһында ҡатнаша
Мәләүез үҙәк баҙары хәйриә акцияһында ҡатнаша
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас