

14 августа ҡала мәҙәниәт һарайында шахмат буйынса республика беренселеге башланғайны. Унда Башҡортостандан етмештән ашыу йәш шахматсы ҡатнашты. Бар тирә - яҡтан килгән ҡунаҡтар ҡала буйлап йөрөп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, бер-береһе менән дуҫлашып, күңелле ял итте. Дүрт көн буйы уйын ҡыҙыу барҙы һәм уға 18 августа йомғаҡ яһалды.
Бүләкләү тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уйындың баш судьяһы Михаил Глиджян, билдәле шахматсы Фидель Хәкимов шахмат буйынса талантлы спортсыларҙы сәләмләне һәм еңеүселәргә миҙал, кубок, грамоталар тапшырҙы.
Республика беренселегендә еңеүселәр төрлө йәш категорияһында билдәләнде. 19 йәшлек егеттәр араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Дмитрий Литвинов - беренсе, Өфөнән Рәсүл Әхмәҙиев - икенсе һәм Артем Лазарев өсөнсө урынға сыҡты. 17 йәшлектәрҙән Стәрлетамаҡтан Ринат Ҡунаҡҡужин - беренсе,Бәләбәйҙән Рәил Фәизов - икенсе, Туймазы яҡтарынан Илдан Хәбибуллин өсөнсө урынды алды. 15 йәшкә тиклем Өфө ҡалаһынан Батыр Байтурин -беренсе,Салауаттан Айнур Сәйфуллин өсөнсө һәм Дмитрий Пермяков икенсе урынды алды. Ҡыҙҙарҙан беренсе урынды - Өфө ҡалаһынан Дарья Стручкова, икенсене - Салауаттан Изабель Алтынғужина, ә өсөнсөнө Туймазынан София Коржева яуланы. 17 йәшлек ҡыҙҙар араһында Мәләүездән беренсене Анастасия Стрелкова, ә Өфө ҡалаһынан икенсене Аделя Тажетдинова Екатерина Стрелкова өсөнсө урын алды. 15 йәшкә тиклем Салауат ҡалаһынан Камила Суфыянова беренсе булды. Туймазынан Диана Ғәзизова - икенсе, Өфөнән Алиса Мотина өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Уйындың классик төрө буйынса ла шахмат һөйөүселәрҙе билдәләп үттеләр. Был категорияла ла еңеүселәр, маҡтаулы урын алыусылар буләкләнде.