Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
25 Август 2022, 06:28

Фәриҙә Ғафарова вафат булған

Кисә Өфөлә Фидан Ғафаровтың ҡатыны вафат булған.

Фәриҙә Ғафарова вафат булғанФәриҙә Ғафарова вафат булған
Фәриҙә Ғафарова вафат булған

Кисә Өфөлә Фидан Ғафаровтың ҡатыны вафат булған.

Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы Ғафарова – күренекле сәхнә оҫтаһы, Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Азамат Ғафаровтың әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Ғәлина-Ғафарованың ҡәйнәһе.

Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы – Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылы ҡыҙы ине. Ул да, Фидан Сафа улы һымаҡ, Өфө сәнғәт училищеһында уҡый, студент саҡта танышып, ғаилә ҡоралар. Ләкин Фәриҙә апай сәхнә юлын дауам итмәй, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 25 йыл грим бүлегендә эшләп хаҡлы ялға туҡтай. Талантлы, данлы иренең ышаныслы тылы, шундай уҡ талантлы улдарҙың һөйөклө әсәһе, йорт усағын һаҡлаусы булыуҙы һайлай. Быйыл Фәриҙә һәм Фидан Ғафаровтар ғаилә ҡороуҙарының 55 йыллығын билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Ғафаровтар ғаиләһенең ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
Мәрхүмәнең йәне йәннәттә булһын!

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас