24 августа "Ғаилә" үҙәгендә алты бала мәктәпкә кәрәк-яраҡтарын алды. Полиция хеҙмәткәре, эске эштәр бүлеге ветерандары һәм йәмәғәт советы бүләктәрен үҙҙәре тапшырҙы.
Республикабыҙҙа йыл һайын ойошторолған был сара август аҙағына тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү.