

Сауҙагәрҙең кинйә ҡыҙы:
-Юлда ризыҡланыр өсөн көлсәләрегеҙҙе бешергәндә йәбешкән көлдө ошо тоҡсайға йыя барығыҙ, атай, - тигән – Аҙаҡ миңә бүләк итерһегеҙ.
Сауҙагәр алыҫ илдәрҙә бик оҙаҡ йөрөп ҡайтҡан. Өлкән ҡыҙҙарына бүләк өләшкән. Кинйәһенә:
-Ҡыҙым, әйткәнеңде эшләнем дә ул, көл бүләк итеүе оят бит әле, - тигән.
Ҡыҙыҡай атаһы биргән тоҡсайҙы эргәһендә уралған этенә еҫкәргә ҡушҡан. Ә тегеһе еҫкәмәй боролоп киткән да барған, ти.
-Күрҙегеҙме, атай, - тигән ҡыҙ, - әгәр ҙә һеҙ көлсәләргә йәбешкән көлдө лә ашап йөрөһәгеҙ, ҡаты сиргә юлыҡҡан булыр инегеҙ. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙ минең өсөн иң ҙур һәм ҡиммәтле бүләк.
Сауҙагәр ошо ваҡиғанан һуң кинйә ҡыҙын тағы ла нығыраҡ ярата башлаған, ти.
календарҙан
яото интернеттан