

- Алик Ғәбделхәй улы, район-ҡала уҡыусылары уҡыу йылын ниндәй һөҙөмтә менән тамамланы? Сикләү сараларын ғәмәлдән сығарғандан һуң дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын нисек тапшырҙылар һәм сығарылыш имтихандары нәтижәһе ниндәй?
- Имтихан билдәләнгән ваҡытта башланды, бөтә санитария талаптары һәм хәүефһеҙлек саралары үтәлде. БДИ тапшырыу пунктары, атап әйткәндә, 1-се гимназия һәм 4-се мәктәп тейешле ҡорамалдар менән йыһазланды.
Быйыл урыҫ теле буйынса имтихан уртаса 70 балл тәшкил итте, был уҙған йылға ҡарағанда 2,4 баллға кәм. Әммә республика буйынса уртаса күрһәткестән 2,9 балға юғарыраҡ. Профилле математиканан һөҙөмтә насарыраҡ, беҙ быны КИМ структураһы ҡатмарланыуына бәйләйбеҙ. Район буйынса уртаса 59,8 балл, был уҙған йылдағынан 3,5-кә кәмерәк, әммә республика буйынса бер ярым балға юғарыраҡ. Физика, география, химия, тарих, йәмғиәт белеме, әҙәбиәт буйынса республика күрһәткестәренән түбәнерәк.
- Уҙған уҡыу йылында, һәр ваҡыттағыса, уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа һәм сараларҙа ҡатнашыуына ҙур иғтибар бирелде. Һөҙөмтәләр тураһында һөйләгеҙ әле.
-Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында ҡатнашыу - 4-11 кластар өсөн иң күләмле һынау . Был йүнәлештә быйыл 1-се, 3-сө гимназиялар, 8-се мәктәп лидер. Улар олимпиаданың төбәк этабында еңеүселәрҙең 69 процентын бирҙе. 45 уҡыусы призлы урын һәм еңеүсе исемен яуланы. Был республикала иң юғары нәтижә!
Федераль кимәлдәге призерҙар араһында 1-се гимназияны тамамлаған Кирилл Губин да бар.
Район уҡыусылары урыҫ теле, әҙәбиәт, экология, география буйынса юғары һөҙөмтә күрһәтә. А.У.Дәминева, Г.Р. Исмәғилева, И.Н. Исмәғилева, С.А. Ишмөхәмәтова, Н.Е. Ҡунаҡбаева, О.А. Митюшникова, Ф.М. Срумова, Н.А. Тычинина, И.П. Хрипунова һәм Н.Н. Щербаковаға олимпиаданың төбәк этабы призерҙарын әҙерләгәне өсөн ҙур рәхмәт.
- Уҡыусыларҙың һөҙөмтәләре ҙур. Ә педагогтар конкурстарҙа ҡатнашамы?
- Быйыл мәктәпкәсә белем биреү вәкилдәре төрлө масштабтағы конкурстарҙа һәм конференцияларҙа ҙур уңышҡа иреште. Мәҫәлән, «Рәсәй тәрбиәселәре» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында 25-се «Аҡсарлаҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе М.А. Трушина призлы урын алды. 19-сы «Сулпан» балалар баҡсаһы мөдире В.Р. Яппарова «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәсе» конкурсында «Ҡатын-ҡыҙ - педагог» номинацияһында еңде. "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы йыл педагогы» конкурсында 16-сы «Миләшкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Г.И. Ҡаразбаева еңеүсе булды. Сентябрҙә ул Бөтә Рәсәй конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ.
Уҡытыусылар ҙа тәрбиәселәрҙән ҡалышмай. «Соты» II республика педагогия марафонында беҙҙең команда «Академик алым» номинацияһында еңеүсе исемен яуланы.
Ғөмүмән, беҙҙең педагогтар даими эҙләнеү һәм камиллашыу юлында. Бер ниндәй ауырлыҡҡа ҡарамай, тырышып эшләгәндәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтке килә!
- Алик Ғәбделхәй улы, яңы уҡыу йылында мәғариф системаһын ниндәй яңылыҡтар көтә?
- 1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттары эшләй башлай. Төп һүҙ – «яңыртылған». Яңы фәндәр, сәғәт күләмендә үҙгәрештәр бар. Стандартҡа йөкмәткеһе, дәрәжәһе буйынса талаптар, уҡыу предметтары буйынса эш программалары өҫтәлде. Белем биреү компоненты белем биреү стандартына әйләнеп ҡайтты, тип әйтергә була.
1 сентябрҙән башланғыс һәм 5-се класс уҡытыусылары берҙәм эш программаһына күсә. Йәғни, беҙҙә баланы бер мәктәптән муниципалитет сиктәрендә генә түгел, ә республика һәм бөтә илдә икенсе мәктәпкә күсергәндә лә һорау тыумаясаҡ. Был - берҙәм белем биреү киңлеге. Яңыртылған эшкә күсеү алдынан ҙур эш алып барылды: башланғыс һәм дөйөм белем биреүҙең яңы төп белем биреү программаларын яҙыу, яңы уҡыу пландарын эшләү, белем биреү процессында ҡатнашыусыларҙың барыһын да яңы стандарттарҙың нескәлектәре менән таныштырыу.
Идеологик тәрбиә эшенең бер элементы булып «Мөһим һөйләшеү» тигән дәрестән тыш цикл торасаҡ. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының был яңы проекты 1 сентябрҙән башлана. Дүшәмбе көнө, дәүләт флагын күтәреү тантанаһынан һуң 30 минут дауамында класс етәксеһенең балалар менән аралашыуы буласаҡ. Формализмды булдырырға ярамай, был аралашыу бик ябай булырға һәм мәктәптә уҡыған осорҙа балала мөһим ҡиммәттәр тураһында фекер формалаштырырға тейеш.
- Балалар баксаларында, мәктәптәрҙә, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында бөтәһенә лә уңайлы булһын өсөн йыл һайын план буйынса ремонт яһала. Быйыл нимәләр эшләнде?
- Мәғариф системаһының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – белем биреү учреждениелары биналарын заманса талаптарға тура килтереү. Был бер көнлөк кенә эш түгел, ә район хакимиәте, мәғариф идаралығы, учреждение коллективының белем биреү процессында ҡатнашыусылар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар менән тәьмин итеү буйынса күп йыллыҡ уртаҡ тырышлығы һөҙөмтәһе. Уларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләгәндә муниципаль бюджеттан 27 миллион һумдан артыҡ аҡса бүленде, улар беҙҙең мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелде. Былар барыһы ла район хакимиәте ярҙамы менән бойомға ашырылды. Район хакимиәте башлығы Р.Н. Шәмсетдиновтың мәғариф системаһына даими иғтибары өсөн айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
- Традицион һорау: ниндәй теләктәрегеҙ бар?
- Хөрмәтле педагогтар, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре! Барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым! Һеҙгә сәләмәтлек, һөнәри һиҙгерлек, ижади идеялар, оптимизм, барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар һәм игелекле педагогик хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем. Яңы уҡыу йылы онотолмаҫлыҡ, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай, яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар булһын!