

Йәш белгестәрҙе традицион хөрмәтләү ижад һарайы мәғариф музеенда уҙҙы. 1 сентябрҙән 5-се мәктәпкә рус теле һәм тарих уҡытыусыһы Яна Вәлитова эшләй башлаясаҡ, 22-се балалар баҡсаһына өс тәрбиәсе Ангелина Деулина, Светлана Королева һәм Дарья Силантьева килгән. 16-сы балалар баҡсаһының штаты Дарья Санкина менән тулыланды. Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы штаты ла тулыланды, бында өҫтәмә белем биреү педагогы Диана Утәмишева ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы йырларға өйрәтәсәк. Уҡытыусы-тренер булып Дарья Подковко “Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә” эшләй башлаясаҡ.