Көнгәк
-2 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Августа 2022, 04:52

"Йәйләү" - рух һәм илһам сығанағы

Бына тағы ла шаулап-гөрләп быйылғы “Йәйләү-2022” үтеп тә китте. Был матур сара онлайн форматта 3 йыл үткәрелә. Бында республиканан төрлө йәштәге йөҙләгән бала ҡатнаша. Һәр көн Йәйләү гимны һәм флешмоб менән башланып китте.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Йәйләү" - рух һәм илһам сығанағы"Йәйләү" - рух һәм илһам сығанағы
"Йәйләү" - рух һәм илһам сығанағы

“Йәйләү-2022” Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов һәм “Йәйләү” программаһы авторы Мәрйәм Бураҡаеваның сәләмләү һүҙҙәре менән асылды.
- Онлайн-йәйләүҙә икенсе йыл ҡатнашам. Быйыл ул айырыуса ҡыҙыҡлы үтте. Миңә бигерәк тә Гөлшат Вәлиеваның, Инсаф Йәмилевтың ҡор ултырыштары, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау, бейеү серҙәре, «Интервью», «Урал батыр эпосын ғаиләң менән сәхнәләштер» кеүек конкурстар оҡшаны.Үҙем яҙған ҡобайырҙы әйтеп, видеоролик эшләнек. Бында мин башҡорт рухлы, илем, телем, халҡым тип йән атып торған бик күп дуҫ таптым, - ти ғорурлыҡ менән Самир Латипов.
-Мин Мәрйәм Бураҡаеваның «Урал батыр» дәрестәрен ҡалдырмай тыңлап, үҙемә фәһем алып барҙым. Эпостың мәғәнәһенә асылына төшөндөм. Шулай уҡ балаҫ һуғыу, түшелдерек эшләү кеүек оҫталыҡ дәрестәре оҡшаны. Үҙемә эшләп ҡарарға ҙур теләк тыуҙы, - ти ҡыуанып Аделина Рәхимова.
-Миңә бигерәк тә викторина оҡшаны. Әсәйем менән бергә китаптар уҡып, интернет селтәренән мәғлүмәттәр эҙләп, һорауҙарға дөрөҫ яуаптар эҙләп таптыҡ. Әллә күпме белем алдыҡ үҙебеҙгә, - ти Азалия Ҡотлосурина
Смена аҙағында еңеүселәр билдәләнде. Бөтәһе 10 бала алдынғылыҡҡа сыҡҡан ине. Мәләүез районынан иң күп мәрәй йыйып, еңеүсе исеменә Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы 3-сө класс уҡыусыһы Самир Латипов лайыҡ булды.Унан саҡ ҡына ҡалышып 6-сы лицейҙың 7-се класс уҡыусыһы Аделина Рәхимова сыҡты. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы 3-сө класс уҡыусыһы Азалия Ҡотлосурина, Яңауыл башланғыс мәктәбенән Айбулат Исхаҡов, Асҡар Исхаҡов, Фидәлиә Ғиззәтуллина, Гөлиә Әлмөхәмәтова ла әүҙем ҡатнашты.
Үҙҙәрен тырыш һәм маҡсатлы итеп күрһәткән ҡыҙ һәм малайҙарға Мәғариф һәм фән министрлығы матур бүләктәр әҙерләгәйне.
“Йәйләү”ҙең төп маҡсаты ярыш түгел, ә балаларҙың дәрестәрҙе ҡарап, Мәрйәм Бураҡаеваның "Урал батыр” мәктәбендә бирелгән мәғлүмәтте үҙләштереү, белемде арттырыу, рухи аҙыҡ алыу.
Аҙаҡ ял итеү үҙәге етәкселәре Инйәр Ишмырҙин, Айгиз Аҫылбәков балаларға йылы теләктәрен еткерҙе:
-Йәйләү-2022 онлайн сменаһы һиҙҙермәй генә үтеп тә китте. Һеҙҙең менән ял итеү, эшләү, күңел асыу үҙе бер матур ваҡиға булды. Тырышлығығыҙ өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәре, викториналар, конкурстар һеҙҙә илһам, дәрт, рух арттырғандыр, тип ышанабыҙ. Һәр ваҡыт шулай уңған, зирәк, аҡыллы булып ҡалығыҙ!
Динара МӘҠСҮТОВА.
Һүрәттә: Самир Латипов атаһы менән " Урал батыр эпосын ғаилә менән сәхнәләштереү" конкурсында.
Фото архивтан.

Автор:Динара Максютова
Читайте нас