Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Августа 2022, 07:14

Бөгөн милләтемдең батыр улы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына - 123 йыл.

Йәштәремде тыялманымШатлыҡтан, ғорурлыҡтан...Исемен ишетеп кенәҺикереп торорлоҡтан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн милләтемдең батыр улы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына - 123 йыл.Бөгөн милләтемдең батыр улы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына - 123 йыл.
Бөгөн милләтемдең батыр улы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына - 123 йыл.



Күҙ алдына килде ҡапыл
Ел уйнатҡан буркаһы...
Кирелеп сапҡан кир юрғаһы...
Ир ғүмере уртаһы...

Самолетҡа, танкыларға
Ҡаршы барған аттары...
Эй, халҡымдың уландарын
Шәһит иткән анттары...

Осоп ятып ҡалды микән
Генерал папахаһы?
Гүргә тура индергәндә
Иң һуңғы атакаһы.

Рәсәй геройы, иттеләр...
Ул беҙҙә күптән батыр!
Аҙмы улар? Һөйәктәре
Ер ҡуйынында ятыр.

Күҙ йәштәрен тыялманым,
Иланым ғорурлыҡтан.
Мең йылдан да дандарынан
Ҡабынып торорлоҡтан!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас