Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Август 2022, 06:54

Мәләүез ҡалаһының үҙәк майҙаны гөрләй!

Иң беренсе иртән иртүк унда ҡул эштәре оҫталары, кәсепселәр урын алды. Әйткәндәй, улар бәрәкәтле Мәләүез ерендә иҫ киткес бик күп. Оҫталыҡтары нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгәндәре лә бар, махсус уҡыған һөнәрмәндәр ҙә етерлек. Оҫталар рәтен шулай уҡ күрше төбәктәрҙән килгәндәр ҙә тулыландырҙы.  Кескәйҙәр өсөн дә мауыҡтырғыс саралар ойошторолған.

Мәләүез ҡалаһының үҙәк майҙаны гөрләй!Мәләүез ҡалаһының үҙәк майҙаны гөрләй!
Мәләүез ҡалаһының үҙәк майҙаны гөрләй!

Үҙәк майҙандың ауыл хужалығы идаралығы яғынан ауыл хеҙмәтсәндәре йәрминкәһе бара. Унда фермерҙар, баҡсасылар продукцияһын күргәҙмәт-һатыу ойошторолдо. Һөт-ит аҙыҡтары рәте лә һатып алыусыларҙан өҙөлмәне. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында бал йәрминкәһе үтте.

Хәҙер бер нисә минуттан байрамдың тантаналы өлөшө башлана. Рәхим итегеҙ! 

Мәләүез ҡалаһының үҙәк майҙаны гөрләй!
Мәләүез ҡалаһының үҙәк майҙаны гөрләй!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас