

Тәмлекәсте эшләр өсөн бер ҡап (10 грамм) агарҙы (пектин да бара) 1 стакан һыуға һалып бүрттерҙем. 20 минут тирәһе.
Әйткәндәй, мин бер нәмәне лә рецептҡа, ваҡытына ҡарап эшләмәйем, күңел ҡушыуы буйынса эшләйем. Тик бында әҙ-мәҙ байҡаштырҙым. Желатин менән дә эшләргә мөмкин, мәгәр мин уны ҡулланмайым, беҙгә хәрәм булған нәмә ҡушылыуы ихтимал. Агар менән пектинда ул юҡтыр, тип ышанам.
Бәләкәй эмаль кәстрүлгә бүрткән агарҙы ҡойоп, өҫтөнә күбекте һалдым. Ныҡ итеп болғаным да һүрән генә утҡа ҡуйып ҡуйыртып алдым. Һауыттарға ҡойоп һыуыттым да һыуытҡысҡа ҡуйҙым.
Аҙаҡ киҫәктәргә бүлеп, шәкәр ҡомонда аунатып алырға була. Кокос вағына ла һалып болғарға мөмкин.
интернет селтәренән