Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
29 Августа 2022, 09:54

Башҡортостанда биш кеше һыуға батҡан

Үткән аҙнала биш ирҙең ғүмере өҙөлгән

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда биш кеше һыуға батҡанБашҡортостанда биш кеше һыуға батҡан
Башҡортостанда биш кеше һыуға батҡан

Республикала һыу эргәһендә ял иткән кешенең һаны кәмемәй. Һауа торошоноң эҫе тороуы быға сәбәпле. Бигерәк тә иҫерек килеш һалҡын һыуға сумыу осраҡтары артҡан. 

 

23 августа Нуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында 34 йәшлек ир, 24 август Учалы районының Өргөн күлендә 58 йәшлек ир, ошо уҡ көндә Өфө янындағы Ҡариҙел йылғаһында 33 йәшлек ир батып үлгән. 25 августа Миәкә районында Дим йылғаһында 29 йәшлек һәм Шишмә районының Кесе Үҙрәк йылғаһында 54 йәшлек ирҙәрҙең ғүмерҙәре һыуҙа өҙөлгән.

 

"Һыу яйлап һыуына бара - бына шул ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра ла инде. Көн ныҡ эҫе, һыу һалҡын - бындай ҡапма-ҡаршылыҡ бигерәк тә алкоголле эсемлек ҡуллағандар өсөн үтә хәүефле. Һыу инергә йыйынһағыҙ, махсус тәғәйенләнгән урындарҙы ғына һайлағыҙ", - тип аңлатма бирәләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас