

Күңелемдә сер тулы
Шуға күңелем киң.
Тик мǝкер юҡ унда
Һуң, ғашиҡ бит мин!
Күңелем тулы һағыш
Шуға күңелем киң.
Тик юҡ ҡара ҡайғым
Һуң, ғашиҡ бит мин!
Күңелемдә моң тулы
Шуға күңелем киң.
Тик күҙ йәшем татлы -
Һуң, ғашиҡ бит мин!
Кемгә ярҙам кәрәк? -
Һәр саҡ күңелем киң.
Мин бик һәйбәт кеше
Һуң, ғашиҡ бит мин!
Нурия Измайлова