Яңылыҡтар
29 Августа 2022, 10:30

Солянка

Сосиска — 2 шт. Һуған— 1 шт. Кишер — 2 шт. Картуф — 2 шт. Корнишон ҡыярҙары — 5 шт. Оливки— 1 банка Лимон — 4 дүңгәләк Көнбағыш майын самалап ҡына һалабыҙ Томат пастаһы — 2 аш ҡалағы  

СолянкаСолянка
Солянка

Әҙерләү:

  1. Кәстрүлдә һыуҙы ҡайнатып сығарабыҙ . Картуфты таҙартып, шаҡмаҡ формаһында турайбыҙ һәм ҡайнап торған һыуға һалабыҙ.
  2. Сосискаларҙы түңәрәкләп турайбыҙ. Үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Һуңынан картуф янына һалабыҙ.
  3. Кишерҙе ҡырғыс аша ҡырабыҙ. Һуғанды уртаса ҙурлыҡта шаҡмаҡлап турайбыҙ. Кишер менән һуғанды бергә үҫемлек майында 10 минут ҡыҙҙырабыҙ. Уларға томат пастаһы өҫтәйбеҙ һәм тағы 5 минут быҡтырабыҙ.
  4. Корнишондарҙы, оливканы түңәрәкләп турайбыҙ. Лимондың түңәрәктәрен дүрт өлөшкә бүлергә мөмкин, һеҙгә нисек оҡшай шулай киҫеп һалығыҙ.
  5. Ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды, туралған корнишон, оливканы, лимонды кәстрүлгә картуф менән сосискалар янына һалабыҙ. Барыһын бергә 10-15 минут бешерәбеҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Динара Максютова
Читайте нас