Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Август 2022, 03:49

Йыҡҡан да ашамаған...

"Был - айыуҙың ҡыялҡыһы",- тигән фекер йөрөй

Йыҡҡан да ашамаған...Йыҡҡан да ашамаған...
Йыҡҡан да ашамаған...
Башҡортостанда ике торак пунктта халыҡ үҙ һыйырҙарын яралы табып ала. 28 августа «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге битендә Белорет районы Сермән ауыл советы
башлығы Айытбай Әйүпов хәүефһеҙлек саралары тураһында киҫәтергә булған. Уның уйлауынса, малға айыуҙар һөжүм иткән.

Урман хужаһы һыйырҙарҙы йыҡҡан, тик ашамаған. Һунарсылар белдереүенсә, ул шулай малды әҙерәк тотоп, еҫләнгәнен көтөп йөрөй. Был айыу ҙа табышын һуңғараҡ ашайым тип ҡалдырған булғандыр...

Һаҡ булығыҙ!

Башинформ сайтынан

фото Айытбай Әйүпов

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас