Яңылыҡтар
31 Августа 2022, 06:07

Ә һеҙ сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?

Күптәр был ризыҡты онотоп бара...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ә һеҙ сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?Ә һеҙ сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?
Ә һеҙ сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?

Сөсө икмәкте кибет кефирында бешерҙем, ойоған һөт тә бара. 500 грамлыҡ пакеттағы кефирға ярты балғалаҡ сода һалдым, бер балғалаҡ тоҙҙо ярты стакан ҡайнар һыуҙа эретеп ҡуштым, ярты стакандай көнбағыш майы (йәки ике-өс аш ҡалағы һары май), самалап еткән тиклем иләнгән он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫтым. Уны йоморо өлөштәргә бүлеп, әҙерәк кенә йәйә биреп, табаға теҙеп һалғас, сәнске менән уртаһынан тишкеләп сығып, ҡыҙыу мейескә (180 градус) бешерергә ҡуябыҙ. Сөсө икмәктең әҙер булыуы өйгә тәмле еҫтәр таралыуынан беленә, ярты сәғәт тирәһе ваҡыт эсендә бешеп сыға. Йомшаҡ ҡына үҙҙәре, һары май һәм һөт менән бигерәк тә тәмле!

Ә һеҙ, уңғанбикәләр, сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?

 

һүрәт интернет селтәренән

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас