

Һәр кемдең оло тормош юлы белем усағынан, юйылмаҫ һуҡмаҡтарынан башлана. Был йылдар юйылмаҫ хәтирәләре менән күңелдә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдыра. Был - тәү тапҡыр уҡырға килгән балалар өсөн был иң көтөп алынған көн. Быйыл Мәләүез районында беренсе тапҡыр 1078 малай һәм ҡыҙ парта артына ултыра. Улар өсөн тәүге ҡыңғырау яңғырай. Сығарылыш класында белем алыусылар өсөн яңы уҡыу йылы алдағы тормош юлын һәм буласаҡ һөнәрҙе һайлау осоро буласаҡ.
Быйылғы уҡыу йылы ла һәммәбеҙҙең йөрәгендә ҡәҙерле бер иҫтәлек булып ҡалһын ине. Һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!