Беренсе класс уҡыусыһының китап-дәфтәрҙәр һалынған портфеленең ауырлығы 3 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Ранец алғанда уның этикеткаһындағы яҙыуға иғтибар итегеҙ. Гигиена талаптарына ярашлы, башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәп сумкаһының саф ауырлығы 700 грамдан артмаҫҡа тейеш, урта һәм өлкән кластар өсөн – 1000 грамм. Башланғыс клас-та уҡыусыларҙың портфеленең артҡы өлөшө формаһын үҙгәртмәй торған ҡаты булырға тейеш. Ранецты алғанда тағып ҡарарға кәрәк, сөнки уның баланың арҡаһында теүәл ултырыуы мөһим. Шулай уҡ уларҙа яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтың булыуына иғтибар итегеҙ.