

Мәҡәлә геройы 3 августа Мәләүез районы Ҡотлобулат ауылында Миңйыһан һәм Кәлимулла Аҡбашевтар ғаиләһендә тәүге бала булып тыуа. Яратып ата-әсәһе уға Нурия тип исем ҡуша. Бала саҡтан эшкә уңған, тырыш, йомарт күңелле, аҡыллы булып үҫә. Ишембайҙа мәктәп-интернатты тамамлағас, ул бер йыл Нөгөш колхозында эшләй. Паспорт алғас, Салауат ҡалаһына юллана. Тиҙҙән Смаҡ ауылы мәктәбенә пионервожатый булараҡ эшкә саҡыралар.Шулай итеп, декабрь айында уның педагогия эшмәкәрлеге башланып китә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәт факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Арыҫлан урта мәктәбендә эшләгән ваҡытта үҙенең тормош иптәшен Тимерғәли Шәйәхмәтовты осратып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ике балаға ғүмер бүләк итәләр. Тимерғәли ағай Арыҫлан совхозында автомеханик, инженер булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты ауырыу аяҡтан йыға һәм ул бик иртә донъя ҡуя. Ике баланы тәрбиәләү, уҡытыу, аяҡҡа баҫтырыу Нурия Шәйәхмәтованың иңенә төшә. Ауырлыҡтарға бирешмәй ул. Артабан яҙмыш елдәре уны Первомай урта мәктәбенә илтә.
Нурия Кәлимулла ҡыҙының педагогик эшмәкәрлеге юғары баһаланған. Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы һәм Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ.
Нурия Шәйәхмәтова үҙ бурысына яуаплы ҡарағаны, ярҙамсыл һәм эшсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙана. Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эшен иртәгәгә ҡалдырмаған ханымдың ауылдаштары ла ихтирам итә.
Бар яҡлап та өлгөр, йорт-ихатаһы тулы гөл-сәскә, ә баҡсаһында йәшелсәһе уңа. Аш-һыу оҫтаһы ла ул, ҡунаҡсыл да. Ислам дине йолаларын үтәй, намаҙ уҡый. “Йәнгүзәл” клубы әүҙем ағзаһы булараҡ төрлө сарала әүҙем ҡатнаша.
Киң күңелле ағинәйгә артабан да күтәренке рух юлдаш булһын, тип теләйбеҙ.