Көҙ
Үҙе менән алтын көҙҙө эйәртеп сентябрь килеп етте.
Көҙҙөң алтынлығы, уның ҡәҙере һәм күркәмлеге барыһынан да бигерәк көҙгө муллыҡ, иркенлек менән билдәләнә. Имештер, бер ауыл ҡартынан:
- һинең өсөн көҙ яҡшымы, яҙ яҡшымы ? – тип һорағандар икән, ул һис тә аптырап ҡалмай:
- Күҙ өсөн яҙ яҡшы, ауыҙ өсөн көҙ яҡшы- тип яуап ҡайтарған, ти.
календарҙан