Шатлыҡлы иртә
Бөгөн тәүге көҙ айы,
Ниндәй шатлыҡлы иртә!
Ҡояш, ихлас йылмайып,
Беҙҙе бик тәбрик итә.
Хуш киләһең сентябрь –
Уҡыу йылының башы!
Дәрестәргә саҡырып
Сыңлай ҡыңғырау тауышы.
Көнгә янған йөҙөбөҙ
Шатлыҡлы, ҡыуаныслы.
Дәртләнешеп атлайбыҙ,
Аҙымдар ышаныслы.
Ҡанатланып, күңелдәр
Ҡош кеүек оса ғына.
- Һаумы, һөйөклө мәктәп,
Ал беҙҙе ҡосағыңа.
Сөләймән Муллабаев
Бөгөн тәүге көҙ айы,
Ниндәй шатлыҡлы иртә!
Ҡояш, ихлас йылмайып,
Беҙҙе бик тәбрик итә.
Хуш киләһең сентябрь –
Уҡыу йылының башы!
Дәрестәргә саҡырып
Сыңлай ҡыңғырау тауышы.
Көнгә янған йөҙөбөҙ
Шатлыҡлы, ҡыуаныслы.
Дәртләнешеп атлайбыҙ,
Аҙымдар ышаныслы.
Ҡанатланып, күңелдәр
Ҡош кеүек оса ғына.
- Һаумы, һөйөклө мәктәп,
Ал беҙҙе ҡосағыңа.
Сөләймән Муллабаев