

Төп үҙгәрештәр дөйөм милекте ҡарау өсөн түләү тәртибенә ҡарала. Унда йыш ҡына иҫәпкә алынмаған, фатирҙарҙа нормативтарҙан ашҡан коммуналь ресурстарҙы файҙаланыу, шулай уҡ йәшәүселәрҙең алдан бирелгән иҫәбе буйынса бурысы индерелә.
Бығаса дөйөм йорт мәнфәғәте өсөн раҫланған нормативтар буйынса түләһәләр, нормативтарҙан тыш суммалар идара итеүсе компаниялар иңенә төшә, 1 сентябрҙән был сумма тулыһынса ҡулланыусылар тарафынан түләнә.
Коммуналь ресурстарҙы иҫәпкә алыу менән бәйле хәлде яҡшыртыу маҡсатында иҫәпләү приборҙарының дөрөҫлөгөн тикшереү, күрһәткестәрҙе яҙып алыу һәм пломбалар ҡуйыу менән шөғөлләнгән яңы хеҙмәтте ойоштороу, шулай уҡ иҫке иҫәпләү приборҙарын күрһәткестәрҙе автоматик рәүештә күсереү функцияһы булғандарына алмаштырыу тәҡдим ителә.