Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Сентября 2022, 05:40

Халыҡ мәҡәлдәре

Аҡыл – алтын.Аҡыллыға ым да етә. (Аҡыллыға – ишара.)Аҡыллы уйлап ултырғансы, иҫәр эшен бөтөргән.Аҡылһыҙ аҡырып алдырыр.Аҡылыңды өскә бүл: берен һөйлә, икеһе эстә торһон.Аҡ эт бәләһе ҡара эткә.Алаһы ла, ҡолаһы ла – замана балаһы.Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп.Алғанда – бисмилла, биргәндә - әстәғәфирулла.Алдыңдаң артың яҡшы.Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ.Алтыла баш булмаған, алтмышта ла йәш булыр.Алтын-көмөш яуған ерҙән, тыуған-үҫкән ил яҡшы.Алыҫтағы дошмандан аңдып йөрөгән дуҫ яман.Алыш-биреш – артҡа тибеш.Аптыраған ҡатын абышҡаһын атай тигән.Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була.Арғы яҡта алабай, бирге яҡта ялағай.Арҡандың оҙоно, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.Арыш сәсһәң – көлгә сәс, бойҙай сәсһәң – боҙға сәс.Ас кешенән хас кеше яман.Астың күҙе икмәктә, туҡтың күҙе хикмәттә.

Халыҡ мәҡәлдәреХалыҡ мәҡәлдәре
Халыҡ мәҡәлдәре

Аҡыл – алтын.
Аҡыллыға ым да етә. (Аҡыллыға – ишара.)
Аҡыллы уйлап ултырғансы, иҫәр эшен бөтөргән.
Аҡылһыҙ аҡырып алдырыр.
Аҡылыңды өскә бүл: берен һөйлә, икеһе эстә торһон.
Аҡ эт бәләһе ҡара эткә.
Алаһы ла, ҡолаһы ла – замана балаһы.
Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп.
Алғанда – бисмилла, биргәндә - әстәғәфирулла.
Алдыңдаң артың яҡшы.
Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ.
Алтыла баш булмаған, алтмышта ла йәш булыр.
Алтын-көмөш яуған ерҙән, тыуған-үҫкән ил яҡшы.
Алыҫтағы дошмандан аңдып йөрөгән дуҫ яман.
Алыш-биреш – артҡа тибеш.
Аптыраған ҡатын абышҡаһын атай тигән.
Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була.
Арғы яҡта алабай, бирге яҡта ялағай.
Арҡандың оҙоно, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.
Арыш сәсһәң – көлгә сәс, бойҙай сәсһәң – боҙға сәс.
Ас кешенән хас кеше яман.
Астың күҙе икмәктә, туҡтың күҙе хикмәттә.

Автор:Динара Максютова
Читайте нас