

Беҙ уны үҙәк телевидение каналдарында ойошторолған теледебаттар аша белдек. Тик телевидениеға ул Дарья Платонова псевдонимы менән сыға ине. Мин уның ҡыйыу, дөрөҫ фекер йөрөтөүен һоҡланып ҡарай, тыңлай торғайным. Оҙон тормош юлы үткән олпат ир уҙамандары, генералдар менән бер рәттән сығыш яһаған был һылыу ҡыҙыҡай бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Мин уның киләсәктә ҙур ғалим, билдәле философ булырына өмөт итә инем. Шуға күрә уға ҡаршы башҡарылған теракт бик ныҡ тетрәндерҙе.
Дарья атаһының, билдәле сәйәсмән Александр Дугиндың, Евразиялыҡ хәрәкәтендә фекерҙәше, ярҙамсыһы ла булған. Уның бөтә ғәйебе- февралдә башланған махсус хәрби операцияға ыңғай ҡарашы, күрше дәүләттең көнъяҡ-көнсығышында йәшәгәндәргә бөтә яҡлы ярҙам күрһәтергә саҡырыу. Был ваҡиғаның ҡыҙғаныс икенсе яғын да атау мөһим. Уны башҡарыусы- 12 йәшлек ҡыҙы менән беҙҙең илгә килгән 43 йәшлек ҡатын. Хәҙер аңға һеңмәҫлек был эшкә гүзәл зат вәкилдәре лә йәлеп ителә.
Дөрөҫөн әйткәндә терроризмдың һәр осрағы ауыр кисерелә. Уның тоҙағына күптәре осраҡлы рәүештә килеп эләгә, бер ғәйепһеҙгә ғүмере өҙөлә. Ҡайһы берҙәре концертҡа, күңел асырға, ял итергә килә, ә уларҙы аҡылдан шашҡан, ҡоралланған “хайуандар” көтә.
Беҙҙең гәзит асылған 2002 йылдың октябрь айында Мәскәүҙең Дубровка биләмәһендә урынлашҡан Театр үҙәге бинаһында “Норд-ост” мюзиклына килгән тамашасыларҙы аманатҡа алдылар. Бандиттар менән ойошторолған һөйләшеү һөҙөмтә бирмәгәс, бинаны штурмларға ҡарар итәләр. Һөҙөмтәлә аманаттар, террорсылар, бөтәһе 174 кеше һәләк була. Кемдеңдер балаһы йәтим, атай-әсәйҙәре ҡараусыһыҙ ҡала. Был мәңгелек уңалмаҫ яраны ойоштороу кемгә кәрәк булды һуң?
Ике йыл да уҙып өлгөрмәне, 2004 йылдың 1 сентябрендә, Төнъяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында белем көнөндә, яңы уҡыу йылы башланыу айҡанлы йыйылған, оҙайлы йәйге ялдан бер-береһен һағынып килгән уҡыусыларҙы, ата-әсәне, уҡытыусыларҙы аманатҡа алдылар. Талап Мәскәү театрындағы кеүек - Чечен Республикаһы Ичкерия үҙаллылығын таныу. Бында ла Рәсәй властары террорсылар менән өс көн һөйләшеү алып барҙы. Һөҙөмтә булмағас, мәктәп бинаһын штурмларға булдылар. Уҡыу йортон баҫып алыусылар был юлы нығыраҡ әҙерләнәләр. Һөҙөмтәлә 334 кешенең, шул иҫәптән 186 баланың, ғүмере ҡыйыла. Бер кем дә Ичкерияға үҙаллылыҡ бирергә йыйынмай. Шул тиклем кеше ғүмерен һанға һуҡмаған авантюра был осраҡта ла кемгә кәрәк булды һуң?
Ошо уңайҙан үҙемдең мәктәптә эшләгән осор иҫкә төшә. Уҡыу йылы башында шатланып килгән уҡыусыларҙың яҡты йөҙҙәре, мәктәп ишеген беренсегә асҡан уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре
күҙ алдыма килә. Бер мәктәп кенә 7-8 класс уҡыусыһыҙ ҡалыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Ошо ваҡиғанан һуң илебеҙҙә йыл һайын 3 сентябрҙә терроризмға ҡаршы көрәш көнө булараҡ билдәләнә. Минеңсә, был мәғәнәһеҙ “метод”ҡа аңлатыу ҙа, аҡлау ҙа юҡ. Булмаҫ та.
Иҫкә алынған ваҡиғаларҙан һуң илебеҙ бер аҙ тынысланып ҡалды кеүек, ләкин биш йыл элек Санкт-Петербург метроһында халыҡ эштән ҡайтҡан ваҡытта булған шартлау террорсылар йоҡламауын тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Унда 16 кеше һәләк булды, бер ғәйепһеҙ кешеләр ғүмере!
Һәм бына тағы ла үҙ фекерен башҡалар менән йомарт уртаҡлашҡан йәш сәйәсмән, перспективалы ғалим, журналист Дарья Дугина. Хоҡуҡ һаҡлау органдары шартлатыуҙы ойошторған кешене бер тәүлек эсендә иҫәпләп сығарҙы, әле кем ярҙам иткәнен асыҡлай. Был юлы мин бер әйбергә иғтибар итер инем. Телевизорҙан күрһәтелгән күп фильмдар бандиттар өсөн инструкция булып тора кеүек. Бер кис 20 каналды күсерә-күсерә ҡарап сыҡтым. Уның яртыһында тип әйтерлек ҡан ҡойош, урлашыу, алдашыу, ә бит улар яҡшыға өйрәтмәй. Киләсәк быуынды яҡшы миҫалда ғына тәрбиәләү өсөн мәктәп тә, ата-әсәләр ҙә, матбуғат саралары ла ҡулға-ҡул тотоноп эшләргә тейеш. Һөҙөмтә шунда ғына буласаҡ.