Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2022, 15:23

Ә һеҙ кәйефегеҙҙе нисек күтәрәһегеҙ?

Психологтар кәйефте күтәрер өсөн шулай кәңәш бирә:

Ә һеҙ кәйефегеҙҙе нисек күтәрәһегеҙ?Ә һеҙ кәйефегеҙҙе нисек күтәрәһегеҙ?
Ә һеҙ кәйефегеҙҙе нисек күтәрәһегеҙ?

Кейенеп-яһанып, матур кешеләр йыйылған урындарға, театрға, концертҡа барырға, тамашаға һуңлаған хәлдә лә биҙәнергә, иң яҡшы кейемде кейергә ҡуша.

Бала менән урамға сыҡҡанда ла матур кейенергә тырышығыҙ. Бер кем өсөн дә түгел, үҙегеҙ өсөн, шул ваҡытта ғына ял иткәнегеҙҙе тойорһоғоҙ. Күптәр шуны аңлап етмәй: былар күңел торошон яҡшыртыу өсөн файҙаланыла, ауыр ваҡытта үҙеңә ярҙам итеү өсөн файҙаланыла торған ресурстар.

Гардеробығыҙҙы ҡарап, үҙегеҙ өсөн өс яратҡан әйбер һайлағыҙ

Төшөнкөлөккә бирелһәң, матур булып күренеү түгел, бер нәмәгә лә күңел төшмәй. Психологтар әйтеүенсә, велосипед уйлап сығарырға кәрәкмәй бында. Ҡыйын саҡта өс яратҡан кейемегеҙҙе кейегеҙ. Әгәр гардеробта ундайҙар юҡ икән, уларҙы билдәләү өсөн иң яҡшы ваҡыт. Уны нисек белергә? Ниндәй кейемегеҙҙе кейгән ваҡытта һеҙгә йыл һүҙ йәки комплимент әйтәләр? Ҡайһы кейемегеҙ һеҙгә килешә һәм кейгән ваҡытта күңелегеҙ күтәрелә? Бына шулар яратҡан кейем булырға тейеш.

Әйткәндәй, шкафты йыйыштырыу ҙа күңелһеҙлектән ҡотолорға ярҙам итә, сөнки илдәге, эштәге, шәхси тормоштағы хәлдән айырмалы һеҙ быны тик үҙегеҙ генә контролдә тота һәм тәртипкә килтерә алаһығыҙ. Гардеробта үҙегеҙгә оҡшаған әйберҙәрҙе генә ҡалдырығыҙ. Кәйеф насар булғанда ғына һеҙгә нимә оҡшамағанын яҡшы аңлайһың. Ябыҡҡас йәки тулыланғас кейермен әле, тип бер кейемегеҙҙе лә ҡалдырмағыҙ. Шопинг яратһағыҙ, матур кейем кейеп ҡарар өсөн генә булһа ла магазинға сығығыҙ. Әгәр сауҙа нөктәһендә йөрөргә яратмаһағыҙ, йөрөмәгеҙ. Бындай хәлдә бөтөнләй кәрәкмәгән әйбер һатып алыуығыҙ ихтимал. Магазинға сыҡҡанда һеҙгә кәңәш бирерҙәй, күңел ятҡан кешене лә бергә алып сығығыҙ. Ныҡ йәнегеҙ көйгән ваҡытта кире энергияны сығарыр өсөн ишекте ныҡ итеп ябыу ҙа ярҙам итә. Был осраҡта, бәлки, аҡса янсығығыҙҙы асырға ла тура килмәҫ...

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас