Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Сентября 2022, 14:44

Фатир һатып алыуы еңеләйҙе

Рәсәйҙәр хәҙер дәүләт хеҙмәттәре порталында төҙөлгән «Минең торлағым» сервисы ярҙамында фатир һатып ала йәки һата ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтендә.

Фатир һатып алыуы еңеләйҙеФатир һатып алыуы еңеләйҙе
Фатир һатып алыуы еңеләйҙе

Һанлы үҫеш министрлығы һәм Росреестр әҙерләгән сервис күсемһеҙ милек менән тиҙ һәм хәүефһеҙ килешеүҙәр уҙғарырға, контрагенттар, иғландарҙың интернет-агрегаторҙары, төҙөүселәр, банктар һәм дәүләт органдары араһында үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалырға мөмкинлек бирергә тейеш.

Үҙ сиратында, халыҡ торлаҡ һатыу тураһында иғландар порталында урынлаштыра һәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәттәр менән уға хоҡуҡтарын шунда уҡ раҫлай ала. Һатып алыусыларға  күсемһеҙ милектә кемдәр теркәлгән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бурыстары бармы-юҡмы икәнлеген тиҙ арала тикшерергә мөмкинлек бирелә.

Һатыусы һәм һатып алыусы килешеүҙе онлайн режимында төҙөй ала. Һатып алыу-һатыу килешеүе квалификациялы электрон ҡултамға менән раҫлана.

Сервис Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә булдырыла. Күләмле проект тормоштоң бөтә өлкәләренә һанлы технологиялар индереүҙе һәм ҡулланыусылар өсөн мөмкин тиклем уңайлы мөхит булдырыуҙы күҙ уңында тота.

 

интернет селтәренән

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас