

Хәйерле кис! - тип сәләмләйбеҙ. Был сәләм-теләктәр ниндәй мәғәнә аңлата икән? Нимә ул хәйер?
Хәйер ул Аллаһ һиңә биргән нәмәләр менән бүлешеү, ниғмәттәрме, берәй һәләт-талантмы, ғилем менән бүлешеү. Йәғни Аллаһ яратҡан сифаттар менән йәшәү, тирә-йүнгә ихласлыҡ, яҡшылыҡ, сабырлыҡ, игелек, изгелек күрһәтеү.
Тимәк, хәйерле көн тип теләү ул көн дауамында тик Аллаһ ҡушҡан ғәмәлдәр башҡарып ҡына йәшәүеңде һорау тип аңларға була.
Йылмайып-көлөп, яҡшылыҡ-игелектәр генә эшләп, таш атҡанға ла аш атып, аңһыҙҙарға-белекһеҙҙәргә һәм хаталаныусыларға асыуланмай ғына аңлатып, оҡшамағандарына күнеп, йәғни донъяға хәйер-саҙаҡа таратып ҡына йәшәһәң, көнөң бик матур булыр, һәм был хәл-әүәхәлдәр тик үҙеңдән генә тора икәнен иҫкә төшөрөүҙер "хәйерле көн!" тип сәләмләү.