

Ауыҙы бешкән өрөп эсер.
Ауыҙын асһа, үпкәһе күренә.
Ауыртҡан ерҙән ҡул китмәй.
Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй.
Ауырыу хәлен һау белмәҫ. (Ас хәлен туҡ белмәй.)
Ахмаҡ дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ.
Ашаған белмәй, тураған белә. (Ҡапҡан белмәй, тапҡан белә.)