Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Сентября 2022, 04:36

Мәләүездә студенттар сафы тулыланды

450 кеше ҡала колледждарын һайлаған

Мәләүездә студенттар сафы тулыландыМәләүездә студенттар сафы тулыланды
Мәләүездә студенттар сафы тулыланды

Студент саҡ - иң күңелле ваҡыттарҙың береһе. Сер түгел, уҡыуҙа түҙемлек, дисциплина, үҙеңдең киләсәгеңә етди һәм яуаплы ҡараш талап итә.

Мәләүездең күп профилле колледжы - Башҡортостан Республикаһының әйҙәүсе уҡыу йорттарының береһе. Быйыл бында 200 кеше уҡырға ингән. Колледжда белем алыу өсөн Татарстан, Чечен Республикаһы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Мәскәү, Ырымбур, Силәбе һәм Рәсәйҙең башҡа өлкәләренән, Республиканың 27 районынан студенттар килә. Колледж һәм уның уҡыусылары конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

Беренсе курс студенттары хөрмәтенә үткәрелгән тантаналы линейкала Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов та ҡатнашты. “Бында студенттарҙы тәжрибәле белгестәр, үҙ эшенең һөнәрмәндәре әҙерләй,” - тип билдәләп үтте ул.

Мәләүз индустриаль колледжында ла Белем көнөнә бағышланған тантаналы линейка уҙҙы.

Колледждың коллективын һәм уҡусыларын яңы уҡыу йылы башланыу менән уның директор Зөфәр Ғималетдинов һәм дәрәжәле ҡунаҡтар ҡотланы. Быйыл бында 250 кеше уҡырға ингән. Район хакимиәте вәкиле Марсель Ибраһимов үҙенең сығышында уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы, шулай уҡ кадет корпусы етәксеһе Венер Сәмиғуллинды "Кадет корпусын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн" Башҡортостан Республикаы башлығы Радий Хәбировтан Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Сығыш яһаусылар йәштәргә һәм колледж коллективына уҡыу һәм һөнәри эшмәкәрлектә уңыштар теләне, уҡыусыларға –Башҡортостан һәм Рәсәйҙең киләсәге йәш быуын иңендә булыуы тураһында иҫкәрттеләр.

Алда был балаларҙың киләсәге ҙур. Студент йылдары улар өсөн иң яҡшыһы булһын.  Алға ҡуйылған маҡсаттарга ирешегеҙ, эшләгеҙ, хыялланығыҙ!

 

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас