Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2022, 05:05

Балалар көлдөрә

Улымды урамдан өйгә килеп инешләй “Урыҫ телен тышта төкөрөп ҡалдыр”, - тип ишек төбөндә төкөртөп өйрәткәнмен. Йәнәһе, уйын формаһында, балаға аңлайышлыраҡ булһын — өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ. Ул был ғәҙәткә күнегеп киткән, ҡайһы саҡ русса һүҙҙәре сығып киткәндә, “Ах, төкөрөп бөтөлмәгән бит!” - тип йүгереп барып төкөрөп килә. 

Балалар көлдөрәБалалар көлдөрә
Балалар көлдөрә



Бер көн ҡунаҡтар килгәйне, араһында урыҫтарҙың шундай уҡ ҡыҙы бар. Балалар уйнап китте. Бер аҙ ваҡыттан был ҡыҙҙың әсәһе яныма килде.
— Улығыҙ ҡыҙымды ишек төбөнән үткәрмәй аптырата бит, — ти.
— Бәтәс, улым ни эшләйһең? – тип шелтәләйем.
— Төкөртәм! Тик уның урыссаһы ныҡ күп эсендә, күпме төкөрһә лә бөтмәй ҙә бөтмәй, - тимәһенме.
Ҡунаҡтар ҡайтҡас көлөштөк. Улыма урыҫтың урыҫсаһы ҡоҫһа ла бөтмәйәсәк икәнен аңлаттым.
Зифа Толомбаева, Өфө ҡалаһы.

* * *
Башланғыс мәктәптә уҡыған улымдың класында башҡорт телен уҡыу һәм уҡымау хаҡында бәхәстәр ҡубып тора. Класта башҡортса аңламаған башҡорт балалары бар. Улым ҡайтып шул хаҡта һөйләй.
— Данил “башҡортса уҡымайыҡ” тип әйтә ине, беҙ уны ҡурҡыттыҡ.
— Нимә тип ҡурҡыттығыҙ?
— Башҡортостанда башҡортса уҡығың килмәгәс, һиңә Урыҫстанға күсеп китергә тура килә тип.
— Ҡурҡтымы һуң?
— Эйе. Урыҫстанға барырға беҙҙең аҡсабыҙ юҡ, тине. Шуға башҡортса уҡырмын, тине. 
Әлиә Рафиҡова, Баймаҡ ҡалаһы.

* * *
Үҙем ҡалала йәшәйем. Ауылға туғандарҙы күреп китергә тип ҡайттым. Апайымдарға барһам, өйҙә 7-8 йәштәрҙәге ҡыҙ бала ғына. Ейәнсәре булған икән. Хәҙер ауылдағы балалар ҙа башҡортса белмәй бит, шуға тегенән: “А где твоя бабушка?” – тип һорайым. Бала өндәшмәй. Урыҫсалап башҡа төрлө һорауҙар бирәм. Аптырағас, “Әллә һин русса белмәйһеңме?” – тип башҡортса һораным. Шунда ҡыҙыҡайҙың тел асылды: “Беләм, беҙ Магнитогорскиҙа йәшәйбеҙ”, - тей. “Улайһа ниңә яуап бирмәйең һуң?”- тип һорағайным, “Ике башҡортса кеше урыҫса һөйләшергә тейеш түгел”, - тип ауыҙымды яптырҙы ла ҡуйҙы был бала.
Аноним.

"Зөһрә йондоҙ" төркөмөнән.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас