

Һәр халыҡтың йәшәү рәүеше һәм көнкүреше, эске донъяһы, холҡо милли кейемендә, тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Элек кешенең ниндәй милләттән икәнен бер ҡараштан аңлап булған.
Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы, йолалары бар.
Милли костюм көнө мин уйлауымса бик яҡшы байрам. Ул төрлө халыҡтар менән берҙәмлекте нығыта һәм быуындан-быуын күсәгилешлегенә булышлыҡ итә. Милли кейемде уйлап тапҡан ваҡытта орнаменты һәм төҫөнә ҙур иғтибар бирелгән. Уларҙы тегеү – ҙур яуаплылыҡ, шуға күрә уны киләсәк быуынға тапшырыу өсөн тарихын һаҡларға кәрәк.
Һуңғы йылдарҙа милли кейемдәргә, биҙәүестәргә иғтибар артыуы күҙәтелә. Күп кешенең төрлө байрамдарға милли биҙәүестәр тағып килеүе лә тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ихтирам билдәһен күрһәтә.