Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2022, 05:00

Бигерәк тә .....

Һәр бер кеше ялҡау була алмай.Бигерәк тә дивандан торорға иренмәһә... Һәр бер кеше балта оҫтаһы була алмай. Бигерәк тә балтаһын үткерләмәһә ... Һәр бер күл балыҡлы булмай.Бигерәк тә ярында малсылыҡ фермаһы булһа. Һәр бер ат саба һалып бармай. Бигерәк тә хужаһының ҡулында сыбыртҡы булмаһа. Һәр бер биҙрәлә һыу тормай. Бигерәк тә төбө тишек булһа.

Бигерәк тә .....Бигерәк тә .....
Бигерәк тә .....

Һәр бер кеше йондоҙ була алмай. Бигерәк тә фанерға йырлаһа.

Һәр кем ҡыҙара белмәй.Бигерәк тә ояты булмаһа.

Һәр бер һарыҡ оҙон ғүмерле була алмай. Бигерәк тә һимеҙҙәре...

Һәр кем шахмат уйнай белмәй. Бигерәк тә пешканы аттан айыра белмәһә.

 

Һәнәктән алынған  

Автор:Динара Максютова
Читайте нас