Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Сентября 2022, 06:15

Район советы сессияһы

Депутаттар мөһим мәсьәлә тураһында фекер алышты

Район советы сессияһыРайон советы сессияһы
Район советы сессияһы

Район хакимиәтенең ултырыштар залында бишенсе саҡырылыш район Советының егерме туғыҙынсы ултырышы уҙҙы. Көн тәртибендә мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Шуларҙың береһе - Мәләүез ҡалаһында ерҙән файҙаланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында. Был хаҡта район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.М. Ғәлиев сығыш яһаны. Инвалидтарға һәм составында инвалид булған ғаиләләргә ер участкалары биреү тәртибе тураһында положение  ҡаралды. Контроль-иҫәп палатаһы үткәргән тикшереү һөҙөмтәләре тураһында район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары А.А. Таймаҫов, А.М. Ғәлиев, “Стройзаказчик” йәмғиәте баш бухгалтеры В.И.Щербакова һәм Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының урындағы бүлек вәкиле И.В.Мансурова һөйләне. Һүҙ дәүләт һәм муниципаль милектәге мөлкәт менән идара итеү ҡағиҙәләре тураһында барҙы.Көн тәртибенә ҡаралған мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде, улар өсөн депутаттар берҙәм тауыш бирҙе.

Район советы сессияһы
Район советы сессияһы
Район советы сессияһы
Район советы сессияһы
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас