

Артур ағай Хәлиҙә һәм Әхтәм Әлимғужин ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Кендек ҡаны себер тарафтарында тамһа ла, уның ата - әсәһенең тамырҙары Яңауыл һәм Яҡтыкүл ауылынан. Артур бик һәләтле булып үҫә. Уның балалыҡ йылдарының ярты өлөшө себерҙә үтә. 1-се класка барғанда февралдә улар тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Шулай итеп, улар Смаҡ ауылында өй һалып төпләнәләр һәм ул уҡыуын ошонда дауам итә. Ул мәктәпкә килгәндә бөтөнләй башҡорт телен белмәгән, яйлап ҡына өйрәнә башлай. Артур ағай бала саҡтан уҡ һүрәт төшөрөргә яратҡан. Күрәһең, был сифаты атаһынан күскәндер, Әхтәм ағай рәссам да, йыр-моңға ла ғашиҡ булған, гитарала бик оҫта уйнаған һәм матур шиғырҙар бик күп яҙған. Мәләүез ҡалаһынан Айгөл Емцова мәктәптә йәш рәссамдарға һүрәт төшөрөү буйынса түңәрәк алып барған. Ундағы һәр күнекмә үҫмергә еңел бирелгән. Класс етәксеһе Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы Артурҙың тағы бер һәләтен аса, ул уны шиғриәт донъяһына әйҙәй. “Ҡайын”, “Нөгөш”, “Китап белем шишмәһе”, “Ғүмер был үтә” шиғырҙарын уҡытыусыһы “Октябр юлына” ебәрә, хатта “Аманат” журналында ла баҫтырып сығаралар. Ауылда Динис Бүләков исемендәге музейҙы асҡанда Өфөнән ҡунаҡтарҙа килә.
- Сығыш яһап бөткәс Динис Бүләков тураһында интервью алырға, эргәмә бер ағай килде.Ҡаушап бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙом.Ул “Аманат” журналы баш мөхәррире Нияз Мәһәҙиев булып сыҡты. Беҙ уның менән дуҫлашып киттек, ул минең эштәремде оҡшатҡан һәм Өфөгә сәнғәт гимназияһына уҡырға саҡырҙы. 7-се кластан баш ҡалаға юл тоттом. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып лайыҡлы урын ала торғайным. Республика кимәлендә сараларҙа һүрәт төшөрөү буйынса беренсе урындар яуланым. Башҡортостандың танылған рассәмдары менән танышырға һәм бергә эшләргә насип булды. Мин уларҙан күп фәһем алдым. 9-сы класты уҡып бөткәс, сәнғәт училищеһының дизайнер факультетына уҡырға индем. Ринат Миңлебаев бөтә яҡлап та миңә ярҙам итте. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы 1997 йылда атайым донъя ҡуйҙы, шунан ғаиләмдә ауыр ваҡыттар башланды. Әсәйемә һылыуым менән ҡустымды аяҡҡа баҫтырырға ауыр булыр тиеп, уҡыған саҡта, эшләргә тура килде. Ер аҫтындағы юлында кешенең автопотретын төшөрөргә сыҡтым. Эш барышында ике ағай яныма килеп, портрет төшөрөргә тәҡдим итте. Ике аҙнала, ундан артыҡ кешенең һынын майлы буяҙар менән төшөрҙөм. Һүрәттәрҙе оҡшатылар, тағы заказ бирҙеләр.Был минең өсөн тормошта яңы аҙым булды, быға тиклем кешенең йөҙөн төшөргөн юҡ ине. Был ваҡиға миндә үҙемдең көсөмә ышаныу тыуҙырҙы. Ҡурҡмай башланым һәм тормошҡа ҡарашым бөтөнләй үҙгәрҙе, - ти Артур Әхтәм улы.
Ул бер урында ғына тора торған кеше түгел, бөтә яҡлап та өлгөрә һәм яңы белемдәргә ынтыла. Юлында осраған ауырлыҡтар уны тик сыныҡтыра, рухын нығыта, үҫтерә генә. 19 йәшендә интерьер дизайнеры булып “Арт база” студияһына эшкә инә. Ул унда тырышып эшләй һәм компьютерҙы ныҡлап өйрәнә башлай.
- Тормошомда табыштар ҙа,юғалтыуҙар ҙа,булды. Типографияла ике йыл Өфөнөң иң популяр “Я покупаю” журналында ла эшләнем. Әммә ҡайҙа ғына булһам да, үҙемдең яратҡан шөғөлөмдө ташламаным. Ҡулымдан бумала төшмәне, илһам килгән ваҡытымда яңы идеялар тыуып тора ине. Эштәремдең бер йылға туҡтаған ваҡыты ла булды. Илһам эҙләп Мәскәү ҡалаһына бер сумка менән генә сығып киттем. Унда барғас, төрлө редакцияларға үҙемдең резюмены ҡалдырҙым һәм йыйып барған портфолиомды күрһәттем. Күп ергә саҡырҙылар,әммә күңелемә “Алиф” компанияһы ятты. Унда “Норильский никель” компанияһы ҙур проект бирҙе, ныҡ ҡыуандым, ул - иң беренсе ҙур эшем. Шунан “Уралсиб” “Лукойл” “Сбербанк” “Ниссан”ға яңы дизайн булдырҙыҡ. “Роскосмос” та тендер еңеп, уның 65 йыллығына компанияла ҙур гонарарға дизайнын барлыҡҡа килтерҙем. Ундағы хеҙмәткәрҙәргә “арт - терапия” тигән яңы эксперимент тәҡдим иттем: ҙур таҡтала кем нимә теләй, шуны үҙе һайлаған төҫ менән төшөрә үҙенең идеяһы менән бүлешә. Һөҙөмтәлә абстракт һәм ҙур гөлләмә килтереп сығарҙылар. Төрлө сараларға ошо арт-терапияға заказ яһайҙар ине: “Банк Зенит” “Банк Юнит” “Дженири Электрик” “Лукойл” компаниялары бик әүҙем ҡатнашты. Шулай итеп, күңелле өс йылым да үтеп китте. Ижади кеше һәр ваҡыт нимәнәндер илһам ала, туҡтаған ваҡыттар ҙа була, һәр ваҡыт яңы кимәлгә күтәрелге килә. Бер үк нәмә тиҙ туйҙыра һәм ижади эш туҡтай. Минең шундай мәл булғайны һәм шул осорҙа үҙемдең ҡанатландырыусы тормош иптәшемде Анастасияны осраттым, әлеге ваҡытта ике балам бар: Марк менән Анна. Ҡыҙым тыуғанда Мәскәү өлкәһендә йәшәнек, тыуған яҡтарға ҡайтҡас улым донъға килде. Өфө ҡалаһында яңы этап башланды, яңы танышыуҙар,яңы кешеләр. Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендә танылған рассәм Вәсил Ханнанов ижади эштә ныҡ ярҙам итте, төрлө күргәҙмәлә ҡатнышырға саҡырҙы. Стамбул яҡтарында күргәҙмәләребеҙ уҙҙы. Ярты йыл әҙерләнеп, беренсе күргәҙмәм 2019 йылда Өфө ҡалаһында ойошторолдо. Тағы бер һәләткә юлым асылды, бер таныш ҡыҙ мине сәнғәт мәктәбенә саҡырҙы, балсыҡ менән һындар яһарға. Унда балалар ҙа һәм ололар ҙа йөрөй. Мин үҙем өйрәндем, интернет киңлегенән ҡарап, китаптар уҡып, балалар менән бергәләшеп эшләнек. Миңә был шөғөл оҡшаны, әлеге ваҡытта керамиканан семәрләп, башҡорт орнаметтары менән һауыт-һаба әҙерләйем һәм шулай уҡ Динис Бүләков исемендәге мәктәпкә стенаһына тамғалар (эмблемаларын) төшөрәм. Киләсәктә йәш быуынға түҙемлек, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә, ҡайҙа ғына юлдары илтһә лә, юғалып ҡалмаҫҡа, яңы белемгә ынытылырға һәм донъяның матурлығын күреүҙәрен теләйем, – ти Артур Әлимғужин.
“Яратҡан шөғөл - ул күңел тыныслығы” тигән һүҙҙәр менән тамамланы һүҙен мәҡәләбеҙ геройы. Хеҙмәтенән йәм табып йәшәй, ә маҡсаттары Артур ағайҙы алға әйҙәй. Көн һайын илһамланып, ҡанатланып яңы эшкә тотона ул. Семәрләп биҙәлгән һауыт-һабаһы күҙҙең яуын ала, төшөргән күңелде дауалай.