Яңылыҡтар
8 Сентября 2022, 09:34

Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән

«Яҡтыға» трилогияһының башҡа өлөштәре лә төрөксәгә тәржемә ителәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргәнТөркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән
Төркиәлә «Кәмһетелгәндәр» романы донъя күргән


Матур яңылыҡ: билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһының тәүге романы Төркиәлә баҫылып сыҡҡан һәм Евразия яҙыусылар берләшмәһе (Avrasya Yazarlar Birliği) тарафынан уҡыусыларға тәҡдим ителгән. Романды Фатма Эртюрк тәржемә иткән:

– Зәйнәб Биишева – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәбиәтендә айырым урын биләүсе шәхес. Ҡеүәтле текст, ябай тел уның әҫәрҙәрен аңлайышлы итә. Зәйнәб ханымдың романдары башҡорт әҙәби теле өлгөләре исемлегенә ингән. Төрөк телендә нәшер ителгән «Кәмһетелгәндәр» романы – хеҙмәттәштәребеҙ менән «Яҡтыға» трилогияһын тәржемә итеүҙең беренсе этабы. Зәйнәб Биишева ХХ быуат башындағы ваҡиғалар хронологияһында башҡорт ауылының тормошон, төп герой Емеште һүрәтләп, йәмғиәттең, кешеләрҙең нисек үҙгәреүен, үҫешен сағылдыра алған.
Төрөк уҡыусыларына роман донъя мәҙәниәтенең тағы бер яғын - башҡорт ауылы йәшәйешен аса. Әҫәрҙә барған хәлдәр башҡорттарҙың үҙҙәре – шул ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар күҙлегенән һүрәтләнә. Романда тәҡдим ителгән шәхестәрҙең образдары сағыу һәм тәрән мәғәнәле итеп һүрәтләнгән. Шуға ла был романды йәшерәк саҡта уҡығандарға уны тәрәнерәк аңлау өсөн, яңынан уҡып сығыу мотлаҡ, тип иҫәпләйем.

 

интернет селтәренән (Ҡоролтай төркөмө)

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас