

Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.
Иштуғандар һәм Һыртландар ауылдарының тарихын да һаҡлауға бик етди ҡарай. “Үҙеңдең тыуып үҫкән ереңдең үткәнен өйрәнеү – бик ҡыҙыҡлы, файҙалы, кәрәкле эш” – тигән фекер йөрөтә Урал Мөхәмәтшин. Уның тырышлығы юҡҡа китмәй, хәҙер ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары тарихты китаптан уҡып ҡына түгел, ә көнкүреш әйберҙәр, элекке документтар аша белә ала. Музей экспонаттар менән көн һайын тиерлек тулылана. Ауылдаштар ҙа алып килә. Музейҙағы әйберҙәрҙең һәр береһен ҡәҙерләп һаҡлайҙар, сөнки улар тарихты сағылдыра. Быйыл бында “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә яңы витриналар һатып алынған. Музейҙа бик күп хеҙмәт династияларының фотолары, тарихи материалдар һәм ҡыҙыҡлы экспонаттар тупланған. Ул ауылдың тарихын сағылдырған, тәбиғи, этнографик (ретро-мөйөш) ҡомартҡылар (экспонаттар), фотоһүрәттәр менән байытылған.