

Вәсил Муса улы Исмәғилевты Мәләүез ҡалаһында күптәр белә, ул - юғары класлы һөнәрмән, педагог һәм абруйлы остаз булараҡ танылған. «Янып» торған уҡытыусыларҙың береһе, йәштәрҙә белемгә һәм яңы асыштарға ынтылыш уята белә. Балаларҙа үҙ өлгөһөндә илһөйәрлек хисен һәләтенә лә эйә.
“Хәрби бурысымды 1985 йылдан алып 1987 йылға тиклем Ырымбур өлкәһе Тоцк ҡалаһында танк ғәскәрендә үтәнем. Унда ысын ир-егеттәр мәктәбен үттем”, – тип иҫкә ала Вәсил Исмәғилев.
Армияға ҙур ғорурлыҡ менән бара. Башҡорт дәүләт университетының физика факультетының тәүге курсын тамамлағас, йәш егет хәрби бурысын үтәргә саҡырыла. Вәсил Муса улы “Т-54” танкыһында хеҙмәт итә. Экипаж дүрт кешенән торған: капитан, ҡорал төҙәүсе, водитель-механик һәм заряд ҡоролмаһы менән идара итеүсе. Күнекмә-учение ваҡытында сәпкә атыуҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәткәс, ҡорал төҙәүсе итеп ҡуйыла.
“Әрмелә хеҙмәт итеү өсөн физик әҙерлек менән бер рәттән белемле, рухи яҡтан көслө, илһөйәр булыуың да мотлаҡ,” – ти Вәсил Муса улы. - Армия ир-егет өсөн бик кәрәк, - тип һанайым. Ул минең өсөн, ысын мәғәнәһендә, тормош мәктәбе булды. Ватанға тоғролоҡҡа ант биреү менән хәрби тормош башлана. Был часта хеҙмәт иткәндәргә физик көс һәм һығылмалылыҡ ҡына түгел, зирәклек, таһыллыҡ, сослоҡ та талап ителә. Икенсенән, белемле булыу зарур. Теорияны, ҡорал үҙенсәлектәрен, Уставты, төн уртаһында уятһалар ҙа, яттан белеү мотлаҡ. Хеҙмәттәштәрем менән әле лә аралашып торабыҙ, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша ныҡлы бәйләнеш тотабыҙ. Оло улым да хеҙмәт итеп ҡайтты, кесеһе лә барыр тип уйлайым,” - ти Вәсил Муса улы.
Атаһы Муса Ғайса улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, оҙон юлдар үткән. Үҙе өлгөһөндә ысын илһөйәрлек ниндәй икәнен күрһәткән, хәҙер инде Вәсил Муса улы уҡыусыларына шундай һабаҡ бирә. Йәш техниктар станцияһында 767 бала шөғөлләнә, киләһе йылда “Осоусы робототехника” йүнәлеше буйынса тағы 90 бала ҡушыласаҡ. Йәш быуындың яңы технологиялар һәм хәрби йүнәлеш менән ҡыҙыҡһыныуы, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, Мәләүезде данлауы бигерәк тә яҡшы.
Киләһе илһөйәрлек дәресе 11 сентябрь көнө үтәсәк. Ветерандар менән осрашыуҙар балаларға бик кәрәк. Улар Тыуған илдең патриоттарын тәрбиәләргә, шулай уҡ интерациональ бурысын намыҫ менән үтәгән һалдаттарҙы онотмаҫҡа ярҙам итә.
Байрамығыҙ менән, танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр һәм ветерандар. Һеҙгә уңыштар,ғәилә бәхете һәм танк броняһы кеүек һаулыҡ теләйбеҙ!
Гөлназ САЛАУАТОВА.