

Алыусы булмаҫ инде тип, көн аяҙыһа, зонт һатҡан ҡыҙы, ямғыр яуһа, туҡмас ҡырҡҡан ҡыҙы өсөн илаған әсә. Шулай итеп, көн һайын әсе күҙ йәшен түккән ти ул.
Көндәрҙән бер көндө ул аҡыл эйәһенә мөрәжәғәт иткән. Аҡһаҡал йылмайған да
-Һин һауа торошон үҙгәртә алмаясаҡһың. Уның ҡарауы уй-фекерең менән идара итә алаһың. Көн ҡояшлы, матур икән - кесе ҡыҙың өсөн ҡыуан: ҡамырын баҫып, йәйеп, киптереп, киҫеп һатыр, тип. Ямғыр яуһа, олоһо өсөн һөйөн: зонтигын алыусы күбәйер тип, - тигән.
Аҡыл эйәһенең кәңәшен тотҡан әбей – ниндәй генә көн булмаһын, шатланған ғына. Һәр ваҡыт ҡайғырған әсәләрен нисек тынысландырырға белмәгән ҡыҙҙары өсөн дә был ҡыуаныс булған.
Мораль нимәлә? Мораль шунда: Әгәр хәл-ваҡиғаны үҙгәртә алмайһың икән, уға ҡарашыңды үҙгәрт. Шул сағында проблемаң да юҡҡа сығыр...