Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Сентября 2022, 11:17

Аш-һыу бүлмәһенә бәйле тыйыуҙар, ышаныуҙар, һынамыштар:

Аш бүлмәһенә сәс-башығыҙҙы һәр саҡ йыйып инергә кәрәк. Өҫтәл һәр ваҡыт матур ашъяулыҡ менән ҡапланған булһын. Төнгөлөккә бар ризыҡты ла ябып ҡалдырыу зарур. Аҙыҡтарҙың валсыҡтарҙы иҙәнгә ҡойорға ярамай. Был гонаһ эш.

Аш-һыу бүлмәһенә бәйле тыйыуҙар, ышаныуҙар, һынамыштар:Аш-һыу бүлмәһенә бәйле тыйыуҙар, ышаныуҙар, һынамыштар:
Аш-һыу бүлмәһенә бәйле тыйыуҙар, ышаныуҙар, һынамыштар:

Өҫтәлде ус төбө менән һөртһәң, өйгә хәйерселек килер, тауыш сыға, тигән ышаныуҙар ҙа бар халыҡта.

Шулай уҡ өҫтәлдә бысаҡ ҡалдырырға ярамай, ғаиләлә йыш талаш сығасаҡ, тигән ышаныу ҙа бар.

Түрбаштың тәҙрә төбөн таҙа тоторға кәрәк, унда фәрештәләр ултыра, тип ҡабатлай ине өләсәйҙәр.

Тоҙ, һыу һәр саҡ ябып ҡуйылырға тейеш.

 

Автор:Динара Максютова
Читайте нас