

*Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә — ир.
* Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
* Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған.
* Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
* Бала – ата-әсәгә алтын бағана.
* Баланан бәхетең булһа – ҡарт көнөңдә йәш итер, баланан бәхетең булмаһа – иртә йәштән ҡартайтыр.
* Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ, ир байлығы – тәүәккәллек.
* Ҡыҙ күңелендә – балалы бишек, ир күңелендә – эйәрле ат.
* Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билдәле.
* Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
* Малайға тәрбиә биреп ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп милләт тәрбиәләйһең.
* Ағаһынан күреп ҡусты үҫер, апаһынан күреп һеңле үҫер.