Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Сентября 2022, 06:23

Ҡасан фатирға йылы бирәләр?

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә йылытыу миҙгелен башлауға әҙерлек хаҡында һөйләне.

Ҡасан фатирға йылы бирәләр?Ҡасан фатирға йылы бирәләр?
Ҡасан фатирға йылы бирәләр?

«Хәҙер бик яуаплы осор - йылытыу миҙгеле башланырға тора, — тине ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Головановаға. — Ошо көндәрҙә барыбыҙ ҙа ныҡ өшөнөк. Һеҙҙең бурыс - ваҡыт еткәс тә йылылыҡ бирегеҙ, шуға күрә әҙерлек эштәрен әле үк башҡарығыҙ».
  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һауа температураһы биш көн рәттән 8 градустан түбән төшһә, күп фатирлы йорттарға йылылыҡ бирелә. Ләкин һуңғы йылдарҙа көндәрҙең ҡапыл һыуытыуына бәйле Өфөлә йылытыу миҙгеле иртәрәк башлана.

 

интернет селтәренән

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас