Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2022, 06:16

Көҙ

Көҙ һауаһы шундай татлы, Ер тупраҡ еҫен бөркә. Күлдәрҙән ҡалҡынған томан Әсә ҡулындай иркә! Мин барам баҫыу юлынан... Юл тыныс, гүйә, ялда. Көҙгө күлдәген кейгән дә Ҡыр йоҡлай минең алда. Ә ҡояш көлмәй, төйнәнеп, Ҡышҡы сәфәргә киткән. Унан сәләм-хат булып, тик Болоттар аға күктән.

КөҙКөҙ
Көҙ

Ҡыр эсә көҙгө ямғырҙы

Һәм ҡыуана...

Йәнәһе,

Ҡояштың бүләге былар,

Ҡояштың күстәнәсе!

Мин барам һаман.

Эргәмдән

Көҙ килә һары кейеп.

Моңһоу ҙа ул, өмөтлө лә...

Минең уйҙарым кеүек.

 

 Рәшит Назаров

Автор:Динара Максютова
Читайте нас