Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2022, 06:54

Лечоны ошолай эшләнем

Боростан яһалған аҙыҡ һалҡын ҡыш көнөндә йәмле йәйҙе хәтерләтә...

Лечоны ошолай эшләнемЛечоны ошолай эшләнем
Лечоны ошолай эшләнем

 2-2,5 кило помидор, татлы борос та шул сама, 4-5 баш һуған, бер тотам петрушка, 2-3 әсе борос (кемгә нисек оҡшай), 4 баш һарымһаҡ, 150 миллилитр үҫемлек майы алдым. Помидорҙы, әсе боросто ит тартҡыстан сығарып ҡайнатырға ултырттым. Ошо арала һуғанды һаламлап турап көнбағыш майында бер аҙ ҡыҙҙырып алдым, таҙартылған боросто бик ваҡламай ғына тураным. 20 минут тирәһе ҡайнағас, һуғанды, боросто ҡушып, тағы 15 минут самаһы быҡтырҙым, әҙер булырға 5 минут ҡалғас, һығылған һарымһаҡты, 1-2 аш ҡалағы һеркә һалдым. Стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡалын әйбер менән ҡаплап һыуынғансы ҡалдырҙым.  

Автор фотоһы.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас